«Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм хәрби табиптарҙы дәртләндереү - РФ Президенты Владимир Путиндың указдарын тормошҡа ашырыуҙа өҫтөнлөк булып ҡала, — тип билдәләне хәрби табип. - Полк командирына бындай бүләк һәм илһам өсөн рәхмәт. Барыһы ла Аллаһтың ярҙамы менән башҡарыла! Был беҙгә иман, көс һәм илһам бирә».
Табип Башҡорт дәүләт медицина университетын, һуңынан РФ Президенты ҡарамағындағы медицина Академияһын тамамлай. Уға медицина фәндәре кандидаты исеме бирелә. Уның өсөн яҡын туғандары өлгө булып тора.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Табип өс йылдан ашыу Благовещен үҙәк район дауаханаһын етәкләй, Башҡортостан халыҡ фронты штабы ағзаһы һәм депутаты була, һаулыҡ һаҡлауҙың проблемалы мәсьәләләре менән шөғөлләнә. 2015 йылда, Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, ул саҡырыу буйынса унда эшкә китә.
Ҡырымда 2023 йылға тиклем етәксе вазифаларҙа һәм табип-хирург булып эшләй, ә һуңынан үҙ теләге менән Херсон өлкәһенә китә, унда хәрби һәм тыныс граждандарға операциялар үткәрә һәм дауалай. Унда халыҡтың һәм һаулыҡ һаҡлау етәкселегенең хөрмәтен яулай. Херсон өлкәһенең баш хирургы итеп тәғәйенләнә, бер нисә тапҡыр рәхмәт хаттары менән бүләкләнә, шул иҫәптән Херсон өлкәһе хөкүмәте һәм Федераль һаулыҡ һаҡлау Министрлығы тарафынан. Хәҙер ул ҡустыһы, табип-травматолог менән бергә, МХО сиктәрендә яугирҙарҙы ҡотҡарыуҙы дауам итә.