Һуғыш балалары, ул ваҡыттағы бөтә ауырлыҡтарҙы күтәреп, махсус операциялағы һалдаттарға нимә кәрәклеген бик яҡшы аңлай һәм белә. Шуға күрә улар яҡташтарына ярҙам итергә тырыша. Ошондай ирекмәндәр иҫәбендә Благовещенда йәшүсе 90 йәшлек Фәнүзә Шаһабанова ла бар. Көн һайын ул ҡулына еп, энәләр ала һәм яугирҙар өсөн ойоҡбаштар бәйләй.
Әбекәй Мишкә районының Оло Шаҙы ауылында тыуған.
- Ата-әсәйебеҙҙең биш балаһы булдыҡ. Һуғыш башланғас, атайҙы фронтҡа алдылар, ҡыҙғаныс, ул өйгә әйләнеп ҡайтманы. Әсәйем беҙҙе мөмкин тиклем тырышып үҫтерҙе. Ҡара таңдан алып, колхозда, баҫыуҙа һәм фермала эшләне. Беҙ үҙ – ара өйҙәге бурыстарҙы бүлештек һәм уға ярҙамға йүгерҙек, - тип һөйләй Фәнүзә Сафуан ҡыҙы. - Әсәйем эшкә китә, ә беҙ бәләкәй ҡустыбыҙҙы арбаға ултыртабыҙ ҙа, урманға утынға китәбеҙ. Беҙҙең һыйырыбыҙ бар ине, һөт янына бик шәп ине. Аҙаҡ ул ауырып үлеп китте. Бына шул саҡта иң ауыр ваҡыттар башланды, ашарға бер нәмә лә юҡ. Әммә беҙ иҫән ҡалдыҡ һәм Еңеүҙе ҡаршыланыҡ.
Һуғыш тамамланғандан һуң, Фәнүзә Сафуан ҡыҙы Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһына китә. Унда тимер юлдарында эшкә урынлаша, башлыса ремонт менән шөғөлләнә. Буласаҡ ире менән хат алышыу аша таныша.
- Класташым, армияла хеҙмәт иткәндә, минең адресымды хеҙмәттәшенә биргән. Ул хаттар яҙҙы, мин яуап бирмәнем. Ә һуңынан әхирәтем: «Һин дә яуап бир, ҡыҙыҡ бит», – ти әбей. - Шулай итеп беҙ дуҫлашып киттек, ә һуңынан ул миңә килде һәм беҙ өйләнештек. Унда, Ревдала, балаларыбыҙ тыуҙы.
Ире вафат булғас, Фәнүзә әбей Благовещен районының Осиповка ауылына ҡыҙы янына күсеп килә, һуңынан Бөрөлә йәшәй башлай, ә аҙаҡтан уны ейәнсәре үҙенә ала. Һәм бына инде 12 йылдан ашыу ул Благовещенда Йүлиәнең ғаиләһе менән йәшәй.
Фәнүзә Шаһабанованың ике ейәнсәре һәм дүрт бүләсәһе бар. Ул үҙен яңғыҙ тоймай һәм яҡындарының хәстәрлеге менән уратып алыуына шатлана. Әбей файҙалы булырға тырыша һәм хәрбиҙәр өсөн ойоҡбаштар бәйләй.
- Беҙҙең яугирҙарға йылылығымдың бер өлөшөн тапшырырға теләйем, шуға күрә көн һайын бәйләйем. Хәҙер бит ойоҡбаш кейергә мөмкин. Әлегә бәйләй алам һәм тыуған йортом йылыһы уларҙы алғы һыҙыҡта йылытһын, – ти Фәнүзә Сафуан ҡыҙы. - Беҙ яҡташтарыбыҙға ярҙам итергә тейешбеҙ, сөнки улар унда беҙҙе яҡлай. Был балалар ярҙамында беҙ тыныс йәшәйбеҙ, аслыҡ һәм һыуыҡ кисермәйбеҙ. Барыһы менән бергә Еңеү шатлығын уртаҡлашырға хыялланам, был көн тиҙҙән килер тип өмөтләнәм.