Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
6 Февраль , 14:06

Үҙ Ватанының патриоты

Шторм Еңеү рәсәй һалдаттары ҡулында буласағына ышана, улар бының өсөн барыһын да эшләй

Үҙ Ватанының патриоты
Үҙ Ватанының патриоты

Мундир кейеү - хәрби бурысын үтәүгә әҙер булыу, үҙ илен һәм халҡын яҡлау тигәнде аңлата. Был кейем генә түгел, ә намыҫ һәм батырлыҡ символы ла. Шторм саҡырыулы һалдат та бының менән килешә. Егет бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Шуға күрә армияла хеҙмәтен тамамланғандан һуң, ул Рәсәй Ҡораллы көстәре менән контракт төҙөй һәм махсус операцияға юллана.

- Туғандарым, минең ҡарарым тураһында белгәс, әлбиттә, борсолоп, кире ҡаға, әммә минең ҡарарым ныҡ ине. Ҡарар ҡабул иткәндән һуң, аҙағына тиклем барырға кәрәк тинем, – тип һөйләй Шторм.- Һәр ир-ат туғандары, яҡындары өсөн тауҙай торорға тейеш. Мин дә үҙ Ватанымдың патриоты һәм ситтә ҡала алманым.

Хәрби хеҙмәткәр FPV-дрондың өлкән операторы вазифаһын биләй. Ул штурм отрядтарына ярҙам итеүҙе, конвойҙарҙы оҙатыуҙы, территорияны тикшереүҙе, артиллерияны йүнәлтеүҙе, маҡсаттар тураһында мәғлүмәт биреүҙе тәьмин итә. Был эш тәүлек әйләнәһенә иғтибар һәм ҙур яуаплылыҡ талап итә. Йыш ҡына бер оператор бер нисә рота, ә ҡайһы берҙә тотош подразделение йәки батальон өсөн яуаплы була. Шуға күрә дрон менән идара итеүселәр өсөн юғары кимәлдәге техник әҙерлек һәм пилотһыҙ осоу аппараттарын идара итеү күнекмәләре бик мөһим.

Шторм Еңеү рәсәй һалдаттары ҡулында буласағына ышана, улар бының өсөн барыһын да эшләй.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: