Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
10 Февраль , 19:31

Улдары менән ғорурлана улар

Улар ауыр, әммә дөрөҫ юл һайланылар – ил именлеге өсөн көрәшәләр

Улдары менән ғорурлана улар
Улдары менән ғорурлана улар

Меңйетәр мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Айыу» (Алмаз), «Морген» (Адель), «Амбал» (Әнүәр) саҡырыулы яугирҙәрҙең әсәләре менән осрашыу булды.

Әсәйҙәр сарала бик теләп ҡатнашты. Улар бөгөнгө көндә яу яланында ил мәнфәғәттәрен яҡлаусы улдары тураһында һөйләне, үҙҙәренең кисерештәре, фекерҙәре, яңылыҡтары менән уртаҡлашты.

Шулай уҡ осрашыуҙа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында һүҙ барҙы һәм көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылдылар.

Осрашыу аҙағында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әсәләргә йылы осрашыу өсөн рәхмәт әйтте һәм капиталь ремонттан һуң яңыртылған китапхананы ҡарарға саҡырҙы.

Әйтергә кәрәк, бындай саралар бик кәрәк һәм бик мөһим. Улар батыр яугирҙарҙың әсәләрен тағы ла нығыраҡ берләштерә.

– Улдарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, – тине әсәләр. – Улар ауыр, әммә дөрөҫ юл һайланылар – ил именлеге өсөн көрәшәләр.

Автор:Сиринә Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: