Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
4 Март , 17:24

Бәхет өсөн күңел тыныслығы мөһим

Беҙҙең Ябалаҡлы ауылы, тарихи шәхестәре менән бер рәттән, оҙон ғүмерле кешеләре менән дә ғорурлана ала.

Бәхет өсөн күңел тыныслығы мөһим
Бәхет өсөн күңел тыныслығы мөһим

Һуғыш осоро балалары булыуына ҡарамаҫтан, шул осорҙа йәштән эшләп сыныҡҡан быуын бөгөн кәм тигәндә туҡһанды ваҡлай.

  • Ошо йәшкә етермен тип бер ҙә уйламағайным, – ти туҡһан йәшен туйлаған ауылдың хөрмәткә лайыҡ ағинәһе Рәшиҙә Ғузина.

Ул, күрше Суҡраҡлы ауылында тыуып-үҫеп, 1955 йылда Ябалаҡлыға килен булып төшә. Тормош иптәше Хәмит Кәлимулла улы менән 55 йыл ғүмер итеп, оло йорт һалып инеп, биш балаға ғүмер бүләк иткән Герой әсә туғыҙ ейән-ейәнсәргә, ун ике бүләсәгә оләсәй ул.

Ябалаҡлы ауылына килен булып төшкәндән алып, хаҡлы ялға сыҡҡансы «Таң» колхозында тоғро хеҙмәт итә.

– Егерме йылдан ашыу һауынсы булып эшләнем, Хәмитем тракторсы булды. Өй эштәренә балаларым бик шәп булды, – ти Рәшиҙә Хәсән ҡыҙы.

Рәшиҙә инәйҙең ике улы Риф менән Рәмил Афған яуын үткән һалдаттар. Олоғайған көнөндә ул килене Рәфиҙә, улы Рифтең хәстәрлекле ҡарамағында йәшәй.

Ə йәштәрсә еңел атлаған, тура һынлы Мәрғүбә инәй Дәүләтшинаға туҡһан йәш тип әйтергә һис кенә лә тел әйләнмәй, күҙҙәр генә тейә күрмәһен.

– Таяғымды тотоп көн үҙәгендә әкрен генә йөрөп ҡайтам. Ауылыбыҙҙың саф һауаһы үҙе бар сиргә лә дауа ул, – ти йәштәргә өлгө булырлыҡ ағинәй.

Мәрғүбә Фатхулла ҡыҙы күрше Төркмән ауылынан Дәүләтшиндар ғаиләһенә килен булып төшә. Фермала, ырҙын табағында эшләй, сөгөлдөрсөләрҙең звено башлығы ла була ул. Ғүмер юлдашы Шакирйән Сәлимйән улы менән 66 йыл бергә донъя көтәләр, 4 бала тәрбиәләйҙәр. Бөгөнгө көндә һигеҙ ейән-ейәнсәр һәм ете бүләсәһенә шатланып көн итә өләсәй. – Һуғыш афәттәре туҡтап, донъялар имен, илдәр тыныс булһын, халыҡ үҙ-ара татыу, һыйышып йәшәһендәр ине, бар нәмә лә етерлек бит бәхет өсөн, күңел тыныслығы бик мөһим, – тигән ҡарашта Мәрғүбә инәй. Һәр ике ғаилә лә ваҡытында ауылдың иң уңған, иң егәрле, тырыш ғаиләләренең береһе булды. Хәмит ағай Ғузин, Шакирйән ағай Дәүләтшин алдынғы тракторсы булып, ал-ялды белмәй баҫыуҙа иген икһә, ҡатындары ҡара таңдан фермала һыйыр һауып, йәйге селләлә баҫыуҙа сөгөлдөр утап хөрмәт ҡаҙандылар. Һәр береһенең балалары тәртипле, тормошта үҙ юлдарын табып донъя көтәләр. Бөгөн улар үҙҙәре олоғайған әсәйҙәрен тәрбиәләй, терәк булып тора. Туҡһан йәшен тултырған ағинәйҙәребеҙ Рәшиҙә Хәсән ҡыҙы һәм Мәрғүбә Фатхулла ҡыҙына Ябалаҡлы ауылы халҡы исеменән сәләмәтлек, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.

Бәхет өсөн күңел тыныслығы мөһим
Бәхет өсөн күңел тыныслығы мөһим
Автор:Дильбар Хамитова
Читайте нас: