Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
7 Март , 11:54

Минең байлығым – йәшәлгән йылдарым

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан ихласлап башлаған яңы шөғөлдәрендә уңыштар ғына юлдаш булһын, теләктәре тормошҡа ашһын

Минең байлығым – йәшәлгән йылдарым
Минең байлығым – йәшәлгән йылдарым

Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә матур булған кеүек, кеше ғүмеренең һәр осоро ла күркәм.

Йәш саҡта ваҡыт ҡәҙерен бик һанламайһың, ә йылдар үтеү менән ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле, эшләнмәгән эштәреңде, уйланмаған уйҙарыңды бер тәртипкә һалып, тормошҡа икенсерәк ҡараш менән йәшәй башлайһың. Аҡсалыраҡтар сәйәхәт итергә, илһамлылар шиғыр яҙырға, ә дәртлеләр бейеп ҡалырға ашыға. «Аҡ шишмә» бейеү түңәрәгенә йөрөүселәр ана шундайҙар иҫәбендә.

– Өлкән йәштәге бейергә яратыусылар менән түңәрәк ойоштороу идеяһы менән ҡасабаның 5-се һанлы мәктәбенең татар теле уҡытыусыһы Мәрйәм Ғүмәрова Дәүләтова сыҡты. Үткән йылдың октябрь айында район мәҙәниәт һарайының хореография залында ете кешенән торған төркөм менән тәүге күнекмәләрҙе башланыҡ, – ти төркөмдөң етәксеһе Ғәйшә Ғөбәйҙуллина.

Был тәҡдимде мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Азат Арыҫланов та ҙур ихласлыҡ менән күтәреп алды.

– Аҙнаһына бер тапҡыр йыйылабыҙ, төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй, иң өлкәненә 78 йәш, күбесенсә 60-ты уҙған хаҡлы ялдағылар, – тип һүҙгә ҡушыла Әлфирә Мараҡаева.

Дөйөм алғанда, төркөмдә утыҙҙан артыҡ кеше, ә төп өлөшөн – ун өс ҡатнашыусы, күбеһенсә уҡытыусылар тәшкил итә.

– Башҡорт, татар лирик бейеүҙәрен өйрәндек, танго ла бик оҡшай, – ти төркөмгә йөрөүсе Ғәлиә Арыҫланова.

Түңәрәктең эш башлауына өс ай ғына үтеүгә ҡарамаҫтан, район мәҙәниәт һарайында үткән «Аулаҡ өйҙә» ҡатнашып, тамашасыларҙың күңелен яуларға ла өлгөргән был коллектив.

– Ҡатнашыусылар араһында моңло итеп йырлаусылар, тасуири шиғыр һөйләүселәр, ижад итеүселәр ҙә етерлек. Улҙарҙың сәхнәгә сығыу теләге бик ҙур. Тап ошо теләктәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн алдағы планда – матур концерт ойоштороу, – ти Ғәйшә Шакирйән ҡыҙы.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан ихласлап башлаған яңы шөғөлдәрендә уңыштар ғына юлдаш булһын, теләктәре тормошҡа ашһын, тибеҙ. Ғүмер бер бирелгән, уны файҙалы, матур үткәреү өсөн йәш һис кенә ҡамасау түгел!

Һәр кешене танып, күреп, ваҡытын да табып матурлыҡ донъяһына ылыҡтырып, ҡанат ҡуйған Ғәйшә Шакирйән ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаға сәләмәтлек һәм уңыштар ғына теләргә ҡала.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы
Читайте нас: