Йәйғор
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
2 Апрель 2025, 12:58

Улым ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын

Көн һайын Аллаға доға ҡылам, улым ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын

Улым ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын
Улым ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын

Балу Покровский ауыл советының Казанка ауылында тыуған. Бала сағында ғаиләһе менән Благовещенға күсеп килә. 3-сө мәктәпте тамамлағас, егет тыуған ҡалаһының күп профилле профессиональ колледжына уҡырға инә.

Махсус хәрби операция башланғас, уның бер туған ҡустыһы өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырыу ала һәм фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йылдан һуң ул һәләк була. Балу туғанының эшен дауам итергә ҡарар итә. Ватанды нацистарҙан һаҡлау өсөн, ул хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә һәм РФ оборона Министрлығы менән контракт төҙөй.

«Улым махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итә, әммә мине борсолмаһын өсөн, был хаҡта әйтмәгән, - тип хәтерләй әсәйһе Валентина Александровна. - Ул мотоуҡсылар штурмлау бригадаһында хеҙмәт итә. Хәрби заданиеларҙың береһендә Балу яралана, өс аҙна бәйләнешкә сыҡмай. Бар уйҙарым бер бөртөк ҡалған улым тураһында булды. Хеҙмәттәштәре миңә улымдың тиҙҙән минең менән бәйләнешкә сығырын хәбәр иткәс, бер аҙ тынысландым. Госпиталгә алып барғанда, видео аша шылтыратты, баламды башта танымай торҙом. Хеҙмәт итеү осоронда ул ныҡ үҙгәрҙе. Көн һайын Аллаға доға ҡылам, улым ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын».

Госпиталдә дауаланғандан һуң уны ике айға өйөнә ҡайтаралар. Был ваҡыт эсендә ул әсәһе менән тормош тураһында күп һөйләй. Әммә иң күбе Балу махсус хәрби операцияла булған иптәштәре тураһында уртаҡлаша. Ялдан һуң ул хеҙмәттәштәре көткән урынға кире бара. Алғы һыҙыҡта тормош дауам итә. Әлбиттә, хәрби бурыстарҙы үтәү кәрәк булғанда, ял итергә тура килмәй. Әммә буш ваҡытта, Балу әйтеүенсә, һалдаттар бер аҙ ял итергә мөмкинлек таба. Һәр кем мөмкин тиклем уңайлыраҡ булдырырға тырыша. Күптәр ер өйҙәренең стеналарын хаттар һәм балалар һүрәттәре менән биҙәй. Ҡайһы берҙәрендә бесәйҙәр, башҡаларында эттәр бар.

Яугир Рәсәйҙең Еңеүе яҡын икәнлегенә ышана һәм иртәгәһе көнгә ҙур өмөт менән ҡарай.

Автор: Гульнур Абдуллина
Читайте нас