Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса стандарттарға тулыһынса тап килә: ул алдынғы медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған һәм уңайлы кабинеттары бар. Бында 750-нән ашыу кеше, шул иҫәптән Таулы Ураҙбай, Успенка, Торновка һәм Шәрип кеүек алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр ярҙам аласаҡ.
Стандарт ҡабул итеү кабинетынан, прививка яһау бүлмәһе менән берләштерелгән процедура кабинетынан, инвентарь һаҡлау, ҡатынҡыҙҙарҙы ҡарау бүлмәһе һәм заманса санузелдан тыш, бында телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлеге ойошторолған. Шулай уҡ пункт базаһында дарыухана эшләй, унда кәрәкле дарыуҙар һатып алырға мөмкин.
Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова, ауыр ваҡыттарға ҡарамаҫтан, һаулыҡ һаҡлау системаһы өҫтөнлөклө булып ҡала, тине. Ағымдағы йылда Торошла ауылында тағы бер фельдшеракушерлыҡ пунктын асыу планлаштырыла, Ə Бедеево-Поляна ауылы амбулаторияһына ремонт үткәрелә.
Үрге Иҙәк яңы фельдшеракушерлыҡ пункты мөдире Анастасия Дудоладованың эше айырыуса билдәләнде. Ул бында ете йыл эшләй, уҡыуын тамамлағандан һуң «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса килә.
Үрге Иҙәк ауылы биләмәһе башлығы Айһылыу Хәйруллина һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү проектында ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Анна Ғәйнетдинова медицина үҙ эшен халыҡ мәнфәғәтендә дауам итәсәк тип ышандырҙы.
Мәғлүмәткә ярашлы, милли проектты тормошҡа ашыра башлағандан алып бөтә ил буйынса 2700-ҙән ашыу фельдшеракушерлыҡ пункты һәм 300-ҙән ашыу амбулатория булдырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика буйлап эш сәфәрендә ауыл халҡы өсөн бик мөһим булған фельдшеракушерлыҡ пункттарына йыш инә. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда ауыл биләмәләренең байтаҡ өлөшөндә йәшәүсе кешеләр тап ошондай медицина ярҙамына мохтаж. Был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.