Благовещен районынан көҙгө саҡырылыш кампанияһы барышында 70 яҡын егетте хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла.
Хәрби комиссар Бәхтиәр Мозаффаров хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы көткән үҙгәрештәр менән таныштырҙы. Медицина комиссияһын үтеү өсөн 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге йәштәрҙе саҡыралар. Кисектереү түбәндәге сәбәптәр буйынса бирелә: саҡырылыусы уҡыу йортонда уҡыһа, йәки ғаиләлә ҡарауға мохтаж ағзалар булһа, йә иһә үҙенең һаулыҡ торошо насар булһа.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы «Берҙәм хәрби иҫәп реестры» дәүләт мәғлүмәт системаһын файҙаланып үткәрелә. хәрби комиссариаттарҙың цифрлы базаһы уларҙың эшен ябайлаштыра һәм тиҙләтә. Намыҫлы призывниктар хәрби комиссариатҡа һирәгерәк йөрөй ала, сөнки мәғлүмәттәрҙең күбеһен онлайн тапшырырға мөмкин. Саҡырыуҙар тураһында белдереүҙәр повесткалар реестрында төҙөлә һәм «Дәүләт Хеҙмәттәре» (Госуслуги) аша ебәрелә.
Күп кенә йәштәр армияға, бигерәк тә элиталы ғәскәрҙәргә хеҙмәт итергә ынтыла икән. Əммә хәрби хеҙмәтен үтәү бурысынан ҡасырға тырышыусылар ҙа юҡ түгел.
Беренсе повестканан һуң хәрби комиссариатҡа килмәү өсөн штраф ҡаралған. Өсөнсө тапҡыр ҙа килмәһә, материалдар тәфтиш органдарына һәм судҡа тапшырыла. Яза ҡәтғи: закон боҙоусының хатта иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал.
Быйыл хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡтың медицина критерийҙарында үҙгәрештәр индерелде: улар эндокрин системаһы ауырыуҙары, беренсе стадия гипертония кеүек киң таралған диагноздарға ҡағыла.
Армияға яраҡлылыҡ тураһында ҡарар хәрби табип комиссияһы һығымтаһы нигеҙендә ҡабул ителә. Тикшереү һәм дауалауҙан һуң белгестәр, рецидив ихтималлығын, пациенттың тулыһынса һауығыу ваҡытын һәм армия хеҙмәтенең үҙенсәлеген иҫәпкә алып, яраҡлылыҡ категорияһын билдәләй.
Армия хеҙмәтенә саҡырылған граждандар Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре территорияларындағы хәрби частарға ебәрелмәй, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға ла йәлеп ителмәй.
Хәрби комиссар хәбәр итеүенсә, хәҙер хәрби йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға ҡабул итеү бара. Үҙ тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләргә теләгән йәштәр 20 апрелгә тиклем йәшәгән урыны буйынса хәрби комиссариатҡа ғариза менән мөржәғәт итә ала. Бөтә мәғлүмәтте урындағы хәрби комиссариаттан алырға мөмкин «Йәштәргә үҙ конституцион бурысын яуаплы үтеүен теләйем. Рәсәй быуаттар буйына үҙенең һалдаттары һәм офицерҙары менән ғорурлана. Һынатмағыҙ, егеттәр», – тине хәрби комиссар Бәхтиәр Мозаффаров.