Йәйғор
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
26 Ноябрь 2025, 22:09

Иглин ирекмәне – Ҡытайҙа

Иглин районының  «көмөш» ирекмәне Инесса Гладкова Рәсәй делегацияһы составында Ҡытай Халыҡ Республикаһында булып ҡайтты.

Иглин ирекмәне –  Ҡытайҙа
Иглин ирекмәне – Ҡытайҙа

Рәсәйҙең ҡырҡҡа яҡын төбәгенән 90 ирекмән «Почетлы каникулдар» программаһы сиктәрендә Ҡытайға барҙы. Улар араһында – Иглин ирекмәне Инесса Гладкова ла бар.

Каникулдарҙың программаһы бик бай булды. Сәфәр башында ҡунаҡтар сик буйында урынлашҡан Суйфэньхэ ҡалаһына барҙы, унда улар ҡытай аш-һыуын тәмләп ҡараны. Харбинда ҡунаҡтарға сағыу концерт күрһәткәндәр. Традицион ҡытай медицинаһы ирекмәндәрҙе айырыуса ҡыҙыҡһындырған икән. Мәҙәни программа сиктәрендә ҡунаҡтар 1302 йылда төҙөлгән Конфуций ғибәҙәтханаһы менән танышып, урындағы пенсионерҙарҙа ҡунаҡта булғандар.

Рәсәй ирекмәндәре өсөнсө быуын институтына ла барҙы, унда иң өлкән «студентҡа» 101 йәш. Өлкән быуын вәкилдәрен был ваҡиға айырыуса дәртләндереп илһамландырып ебәргән. Улар һәр йәштә лә әүҙем йәшәргә һәм уҡырға мөмкин булыуына тағын бер тапҡыр инанды.  

Сәфәрҙең кульминацияһы булып Рәсәй һәм Ҡытай башҡарыусыларының  берлектәге концерты булды, ул ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыуҙың «көмөш» күперҙәрен бәйләгән сараға әйләнде, ти сәйәхәтселәр.

Автор: Сиринә Фәррәхова, Иглин районы
Читайте нас