Йәйғор
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
26 Ноябрь 2025, 22:05

«Ғәлиев икмәге» – иң тәмлеһе!

Иглин районында күп кенә эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы менән файҙалана.

«Ғәлиев икмәге» – иң тәмлеһе!
«Ғәлиев икмәге» – иң тәмлеһе!

Әнүәр Ғәлиев «Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә аҡса алды. Уның предприятиеһы инде 21 йыл район һәм республика халҡын яңы бешкән тәмле икмәк һәм кондитер изделиелары менән тәьмин итә.

Ойошманың ике тиҫтә йылдан ашыу тотороҡло булыуы Ғәлиевтың аҡыллы идара итә белеүе һәм етештерелгән продукцияһының юғары сифаты тураһында һөйләй. Предприятиела утыҙға яҡын кеше хеҙмәт итә, эштең күп өлөшө ҡул менән башҡарыла. Хеҙмәт хаҡы ла лайыҡлы. 

«ИП Ғәлиев Ә. Р.» маркалы продукцияны селтәр магазиндарында ла, ҙур булмаған сауҙа нөктәләрендә лә осратырға мөмкин. Әнүәр Ғәлиев шулай уҡ белем биреү һәм башҡа учреждениелар менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә, уларҙы сифатлы икмәк һәм булка менән тәьмин итә.

Күптән түгел предприятие эше менән танышырға Иглин районы мәктәптәре уҡыусылары экскурсияға килде. Производствоға сәфәр «Һөнәри йүнәлеш» сиктәрендә ойошторолдо. Предприятие етәксеһе балаларға икмәк бешереү тарихы тураһында һөйләне һәм изделиелар әҙерләүҙең бөтә нескәлектәрен асып бирҙе. Уҡыусылар өлкәндәрҙең эшен иғтибар менән күҙәтте, үҙҙәре лә бик теләп аҙыҡ-түлек етештереү барышында ҡатнашты.

– Әнүәр Ғәлиев ойошторған бизнестың оҙайлы эшләүе башҡа эшҡыуарҙар өсөн өлгө булып тора, – тип билдәләне Иглин районының бизнес-шерифы Венера Нуриәхмәтова. – Уның эште грамоталы ойоштороуы һәм сифатлы аҙыҡ-түлек сығарыуы тиҫтәләгән йылдарға уңыш нигеҙе булып тора.

Автор: Сиринә Фәррәхова, Иглин районы
Читайте нас