Благовещең ашығыс медицина ярҙамының өлкән фельдшеры Светлана Казимова SUPERWOMAN халыҡ-ара проектында иң яҡшы ҡатнашыусыларының береһе тип таныла, тамашасы йөрәген үҙенең тышҡы матурлығы менән генә түгел, кешелеклелеге һәм рух көсө менән яулай.
Эш графигы көсөргәнешле булыуға, Ырымбур медицина университетында уҡыуына ҡарамаҫтан, Светлана оҫталыҡ дәрестәренә, репетицияларға ҙур теләк менән йөрөй, унда бейеү, дефиле серҙәрен үҙләштерә һәм хатта мода күрһәтеүҙә ҡатнаша.
Светлана Казимова «Иң ҙур үҙгәреш» Королеваһы булып таныла. Шулай уҡ «Фитнес» номинацияһында беренсе урынды яулай. Бынан тыш, 27 ҡатнашыусы араһында уны проекттың партнерҙары айырыуса билдәләй.
Беҙҙең ашығыс ярҙам ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып ҡына ҡалмай, ә үҙенең матурлығы һәм рух көсө менән йөрәктәрҙе яулап, батырлыҡтарға илһам да бирә.