Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
20 Ғинуар , 12:49

Ысын Рәсәй ҡатын-ҡыҙы

Благовещендан шәфҡәт туташы Лилиә Брязгина яралы яугирҙарға ярҙам итеү өсөн махсус хәрби операция зонаһына юллана. Ул «Беренсе тирмә» ирекмәндәр проектына ҡушыла.

Ысын Рәсәй ҡатын-ҡыҙы
Ысын Рәсәй ҡатын-ҡыҙы

Тәүге көндән үк Лилия Марсильевна операцион шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара, яралыларға профессиональ ярҙам күрһәтә. Уның бындай шарттарҙа ярҙам итеү теләге улының һәм кейәүенең МХО зонаһына китеүенән һуң барлыҡҡа килә. Шул ваҡыттан алып ул ирекмәнлек эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә: район халҡы менән бергә гуманитар ярҙам йыя һәм яугирҙарҙың кәрәкле ихтыяждарын ҡаплау өсөн шәхси аҡсаһын һала.
30 йылдан ашыу медицина өлкәһендә эшләгән ханым, тәрән белеме һәм ҡатмарлы бәйләүҙәр башҡарыу оҫталығы арҡаһында операция ваҡытында хирургтарға уңышлы ярҙам итә һәм пациенттарға ҙур иғтибар менән хәстәрлек күрһәтә. Уның һиҙгерлеге һәм профессионализмы өсөн уға пациенттар даими рәхмәт әйтә, ә коллегалары унан ҡатмарлы медицина күнекмәләрен өйрәнә.


Автор: Гульнур Абдуллина
Читайте нас