

Ошо маҡсатҡа ярашлы, 2020 йылдан килешеү буйынса адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһы уңышлы эшләп килә. Нуриман районында дәүләт ярҙамы алғандар бүленгән аҡсаны башлыса үҙ шәхси хужалыҡтарын үҫтереү һәм киңәйтеү өсөн тотона. Ҡошсолоҡ, малсылыҡ, ҡортсолоҡ өлкәһендә үҙ эштәрен башлағандар ҙа бар.
Райондың Нур ауылында йәшәүсе Айрат Ғәлимовтың хужалығында бөгөн 30 баштан ашыу эре мөгөҙлө мал һәм дүрт ат иҫәпләнә. Бәләкәйҙән атаһының беренсе ярҙамсыһы булып, малсылыҡтың барлыҡ нескәлектәрен күреп үҫкән Айрат бынан өс йыл элек үҙ эшен асырға ҡарар итә. Иң башта Ғәлимовтар биш быҙау һатып ала, унан райондың халыҡ мәшғүллеге үҙәге булышлығында 250 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы менән малдар һанын ишәйтәләр. Хәҙер Айрат Әлфәт улының ихатаһында бестужев, симменталь, герефорд тоҡомло малдар үрсетелә. Әлбиттә, тиҫтәләгән башты ашатыу, һуғарыу, урындарын таҙа тотоу бер кешегә ауырға тура килер ине. Күп көс талап иткән эштәрҙә уға тормош иптәше Олеся Хәсән ҡыҙы, улы Реналь һәм туғандары ярҙам итә. Бесән әҙерләгәндә бөтә кәрәк-яраҡтары менән һатып алынған трактор мәшәҡәттәрҙе күпкә еңеләйтә. Тәбиғәттең таҙа һәм күркәм мөйөшөндә үрсегән малдарҙың итен һатыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Әлегә ауылдаштары һәм туған-тыумсаһы – төп клиенттар.
Ғәлимовтар ғаиләһе үҙ хужалығын үҫтереүгә ярҙам ҡулы һуҙған район халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә һәм Яңы Субай ауыл советына рәхмәттәрен еткерә.