Йәйғор
+19 °С
Ясно
Яҡташтар
19 Сентября , 05:42

«ПОЛИЭФ» хеҙмәткәрҙәре һайлауҙарҙа бергә ҡатнашты

Оло коллегаһының кәңәше һәм шәхси өлгөһө Егор өсөн төп этәргес көс була

«ПОЛИЭФ» хеҙмәткәрҙәре һайлауҙарҙа бергә ҡатнашты«ПОЛИЭФ» хеҙмәткәрҙәре һайлауҙарҙа бергә ҡатнашты
«ПОЛИЭФ» хеҙмәткәрҙәре һайлауҙарҙа бергә ҡатнашты

«ПОЛИЭФ» акционерҙар йәмғиәтенең 22 йәшлек аппаратсыһы Егор Будылин өсөн быйылғы һайлауҙар – ғүмерендәге тәүгеһе. Йәш кеше элек һайлау участкаһына барыуҙың мәғәнәһен аңлап етмәгәнен, был процесс уға бик мөһим кеүек тойолмағанын йәшермәй.

Әммә барыһы ла цех начальнигы Рәсил Хәбибов менән булған һөйләшеүҙән һуң үҙгәрә. Улар Егор менән өс йыл бергә эшләйҙәр, бер-береһен яҡшы беләләр. Бер мәл Егорҙың әлегә тиклем бер тапҡыр ҙа тауыш бирмәгәнен белгәс, Рәсил Салауат улы йәш хеҙмәткәренә сменанан һуң бергәләп һайлау участкаһына барырға тәҡдим итә. Асыҡланыуынса, улар икеһе лә бер үк – 1492-се һайлау участкаһына беркетелгән булып сыға.

Оло коллегаһының кәңәше һәм шәхси өлгөһө Егор өсөн төп этәргес көс була.

— Һайлау – ул бик мөһим аҙым. Сөнки беҙҙең киләсәгебеҙ, артабан нисек йәшәйәсәгебеҙ тап ошо тауыш биреү һөҙөмтәләренән тора, — тип ышана Рәсил Салауат улы.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас