Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль 2021, 09:17

Уҙытамаҡта - янғын һүндереү часы

Был янғын һүндереү часы «Урал» М-5 федераль автомобиль юлын, Чишмә районының Алкин һәм Лесной ауыл биләмәләренең 14 торлаҡ пунктын, Өфө районының бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк

Уҙытамаҡта - янғын һүндереү часы
Уҙытамаҡта - янғын һүндереү часы

Янғын һүндереү часын асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы генерал-майор Марат Латыпов, Чишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров ҡатнашты.

Был янғын һүндереү часы «Урал» М-5 федераль автомобиль юлын, Чишмә районының Алкин һәм Лесной ауыл биләмәләренең 14 торлаҡ пунктын, Өфө районының бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк. Был территориялағы 12 мең кешене, «Йоматау» һәм туберкулезға ҡаршы «Толпар» шифаханалары, Алкин-2 хәрби часы янындағы «Патриот» хәрби паркының хәүефһеҙлеген дә тәьмин итәсәк. 0,8 гектар ер участкаһында тиҙ арала төҙөлгән яңы мобиль комплекс өсөн ваҡытында территория тигеҙләнде, коммуникациялар керетелде, пневмокаркас модуль, ҡарауылда тороусылар өсөн вагондар ҡуйылды.

Бюджетҡа биш миллион һумға төшкән был мобиль комплекс 95-се янғын һүндереү часы эшен күпкә еңеләйтәсәк. Уҙытамаҡ ауылындағы янғын һүндереү часы «Урал» М-5 федераль автомобиль трассаһында юл-транспорт һәләкәттәре булғанда барырға, зыян күреүселәр янына тиҙ арала килеп етергә мөмкинлек тә бирәсәк.

Уҙытамаҡта - янғын һүндереү часы
Уҙытамаҡта - янғын һүндереү часы
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: