Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Март 2023, 15:34

Маршрут тирәләй бәхәстәр тынмай

Благовещендан Өфөгә тиклемге 104-се «Благовещен-Өфө» маршруты тирәләй бәхәстәр тынмай.

Маршрут тирәләй бәхәстәр тынмай
Маршрут тирәләй бәхәстәр тынмай

Благовещендан Өфөгә тиклемге 104-се «Благовещен-Өфө» маршруты тирәләй бәхәстәр тынмай.
Ҡала халҡы Өфөлә ниндәй туҡталыш буласағын белмәй, түләү өсөн «Алға» берҙәм транспорт картаһын ҡабул итмәүҙәренә зарлана, автобустар йыш ҡына рейсҡа сыҡмай.
«Панорама» гәзите редакцияһы Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына һорау ебәрҙе.
- «Ярҙам» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте бөгөнгө көндә 104-се «Благовещен-Өфө» маршрутының ташыусыһы. Баш ҡалалағы һуңғы туҡталыш - Көньяҡ автовокзалы. Әлеге ваҡытта ошо ташыусының әлеге маршрут схемаһын үҙгәртеү өсөн бирелгән ғариза ведомствола ҡарала, - тиелә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы яуабында. – Маршрутты үҙгәртеү һәм расписаниеға төҙәтмәләр индереү тураһындағы мәсьәләләр Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә яңы муниципаль-ара маршруттарҙы билдәләү йәки ғәмәлдәге муниципаль-ара маршруттарҙы үҙгәртеү буйынса документтарҙы ҡарау буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында ҡараласаҡ.
Водителдәр составы менән расписаниены ҡәтғи үтәү тураһында инструктаж үткәрһен өсөн пассажир йөрөтөүсегә хат ебәрелгән. Был маршрутта әлегә тиклем даими өҙөклөктәр теркәлмәгән.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: