Йәйғор
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2023, 18:52

Теләктәр ҡабул булһын

Нуриман районының Иҫке Исай ауылы мәсетендә "Түңәрәк өҫтәл" үтте. Сараға төрлө өлкәлә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан, хөрмәткә лайыҡ булған Ағинәйҙәр һәм уҡыусы ҡыҙҙар саҡырылды.

Теләктәр ҡабул булһын
Теләктәр ҡабул булһын

Нуриман районының Иҫке Исай ауылы мәсетендә "Түңәрәк өҫтәл" үтте. Сараға төрлө өлкәлә хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыҡҡан, хөрмәткә лайыҡ булған Ағинәйҙәр һәм уҡыусы ҡыҙҙар саҡырылды.

Тантана Ҡөрьән сүрәләре уҡып изге теләктәр менән асылды. Ҡыҙҙар һәм өләсәйҙәр йыйылып "Нимә ул иман?" тигән темаға әңгәмә ҡорҙо, фекер уртаҡлашты. Был темаға ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Зөһрә Тәлғәт ҡыҙының сығышы ололарҙа ла, балаларҙа ла әүҙемлек уятты. Һәр кем үҙенең фекере менән бүлеште. Теманы дауам итеп бөгөнгө йыйылыштың төп сәбәптәре тураһында Нәфисә Ғәйетҡол ҡыҙы Бәҙретдинова һөйләп үтте: ике байрамды берләштереп 8 Март һәм Бәраәт кисе фазыйләттәрен аңлатып үтте, гүзәл заттарҙы байрам менән  ҡотлап, уларға бүләктәр өләште. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы Хәҙисә Ғәйетҡол ҡыҙы Хәсәнова "Ҡөрьән һәм фән" тигән темаға күренекле физик Эйнштейн теорияһының Аллаһ һүҙҙәрен "Нур" сүрәһендәге аяттарын дәлилләп лампочка уйлап сығарыуы тураһындағы вәғәзе барыһына ла бик ҡыҙыҡлы булды.

Саралағы иманлы һөйләшеү  мул сәй табаны артында дауам итте. Йәмәғәт менән икенде намаҙын уҡып ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп таралыштыҡ. Осрашыуҙан күнелдәрҙә йылы тәьҫораттар ҡалды. 

  Ҡөрьән сүрәләрен илдәр именлегенә, һуғышта йөрөгән яугирҙәребеҙҙең тыуған илкәйенә иҫән-һау, оло Еңеү менән ҡайтыуҙарына бағышлап уҡыныҡ. Аллаһ беҙҙән риза булһын!

Автор:Нәфисә Бәҙретдинова, Нуриман районы Иҫке Күл ауылы
Читайте нас: