Йәйғор
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 14:46

Радий Хәбиров Башҡортостан менән кем идара итеүе хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «тура бәйләнеш»кә килгән һорауҙарҙың береһе республикаға идара итеүгә ҡағылды. 

Радий Хәбиров Башҡортостан менән кем идара итеүе хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров Башҡортостан менән кем идара итеүе хаҡында һөйләне

Бәғзеләр социаль селтәрҙә Радий Фәрит улының яҙмаһына республикаға ҡул менән идара итеү хаҡында фекер ҡалдырған. Мөһим мәсьәләләр хәл ителә?

«Ҡул менән идара итеү нисек булалыр, был кешеләрҙе аңламайым. Минеңсә, беҙҙең республикала дөрөҫ баланс булдырылған – һәр кем үҙ эшен башҡара. Мин үҙ эшемде башҡарам, хөкүмәт үҙ эше менән шөғөлләнә. Улар автономиялы эшләргә тейеш. Шундай ҙур республика һәм йөкмәткеле көн тәртибе, шул иҫәптән халыҡ-ара көн тәртибе менән миңә бик ауыр. Элек «Сәләмәтлек» һәм «Сәнәғәт» сәғәттәрен үткәрә инем, әммә хәҙер уларҙы һирәгерәк ойошторам. Ваҡытым етмәй», — тине Радий Хәбиров.
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: