Йәйғор
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 14:45

Радий Хәбиров төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрҙарын ни сәбәпле алдан уҡ эштән бушатмауын аңлатты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «тура бәйләнеш» барышында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа һәм БР төҙөлөш һәм архитектура министры Рәмзил Күсәрбаевҡа ҡарата хөкөм ҡарары үҙгәртелеүенә аңлатма бирҙе.

Радий Хәбиров төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрҙарын ни сәбәпле алдан уҡ эштән бушатмауын аңлатты
Радий Хәбиров төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрҙарын ни сәбәпле алдан уҡ эштән бушатмауын аңлатты

Радий Хәбиров билдәләүенсә, етәксе принциптары тәү сиратта законға нигеҙләнергә тейеш.

— Мин ғәйепләү ҡарары көсөнә ингәнсе, кешеләр үҙ эш урындарында буласаҡ, тинем. Бынан тыш, миңә әлегә тиклем бер кем дә уларҙың кеҫәһенә нимәлер һалғанын һәм үҙ файҙаһына булғанмы-юҡмы икәнлеген аңлатманы. Мин бында ҡайһы бер фамилияларҙы атамаясаҡмын, әммә ҡайһы бер етәкселәр шым ғына китте. Һеҙ уларҙы белмәйһегеҙ ҙә. Сөнки хоҡуҡ һаҡлау органдарында аңлатыуҙарынса, был тарих ҡомһоҙлоҡҡа һәм аҡсаға ҡоролған. Һәм улар шым ғына китте, ә унда улар менән башҡалар шөғөлләнһен. Мин ҡомһоҙлоҡҡа бәйле тарихтарҙы аҙ күрмәнем, һыҙыҡ өҫтөнә алам. Эш материалдарында был юҡ. Шуға күрә мин был хәлде принциптан сығып ҡына үтәнем. Суд ҡарары көсөнә инә. Улар эштән бушатылған.
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: