Йәйғор
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Ноябрь 2023, 14:49

Радий Хәбиров: Тура бәйләнеш - минең өсөн халыҡты борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләшеү

- Был тағы ла бер кире бәйләнеш алыу мөмкинлеге. Мин ҡайһы бер һорауҙарҙы ҡарап сыҡтым: кемгәлер утын, кемгәлер ихата, газ, кемгәлер юл түшәргә кәрәк. Беҙҙең эшебеҙ шул. Был иһә халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлы булып тора. Беҙҙең муниципалитет башлыҡтары барыһы ла эш урынында, тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеге бар. Бөтә тәҡдимдәр ҙә иҫәпкә алынасаҡ, - тип вәғәҙәләне республика етәксеһе.

Тура бәйләнеш - минең өсөн халыҡты борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләшеү ул. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тура бәйләнеш барышында ошо хаҡта белдерҙе.

- Был тағы ла бер кире бәйләнеш алыу мөмкинлеге. Мин ҡайһы бер һорауҙарҙы ҡарап сыҡтым: кемгәлер утын, кемгәлер ихата, газ, кемгәлер юл түшәргә кәрәк. Беҙҙең эшебеҙ шул. Был иһә халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлы булып тора. Беҙҙең муниципалитет башлыҡтары барыһы ла эш урынында, тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеге бар. Бөтә тәҡдимдәр ҙә иҫәпкә алынасаҡ, - тип вәғәҙәләне республика етәксеһе.

Ябай мәсьәләләр тиҙ хәл ителәсәк, ҡатмарлылары контролгә алынасаҡ, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Тура бәйләнештә тикшереү өсөн бөтәһе 1000-дән ашыу һорау килгән, ҡайһы берәүҙәре шунда уҡ хәл ителгән, тине алып барыусылар.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: