Йәйғор
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2023, 10:31

“Йәйғор” ҙан нур һәм бәрәкәт!

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто иғлан иткән “Мәрхәмәтле подписка” акцияһы сиктәрендә “Родник плюс” район гәзитенең баш мөхәррире Дилбәр Хәмитова Шишмә районының иң шәп ҡатын-ҡыҙҙарын район-ара “Йәйғор” гәзитенә яҙҙырған.

“Йәйғор” ҙан нур һәм бәрәкәт!
“Йәйғор” ҙан нур һәм бәрәкәт!

-Һәр теләгән кеше был акцияға ҡушылып, хеҙмәт ветерандарына, күп балалы ғаиләләргә, шулай уҡ туғандары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең туғандарына “Йәйғор” гәзитен яҙҙыра ала. Беҙҙең ҡылған изге эштәр йәшәйешебеҙҙе тағы ла мәғәнәлерәк, йәмлерәк итә. Бер-беребеҙгә ҡулдан килгәнсә ярҙамлашып йәшәһәк ине! - тип һүҙгә ҡушылды райондың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, хеҙмәт ветераны Лена апай Булатова.
Матбуғат дуҫтары өсөн 2023 йылдың 4 декабренән алып 14 декабренә тиклем Бөтә Рәсәй подписка декадаһы үтә.Тап ошо осорҙа һеҙҙең өсөн почта бүлексәләрендә, редакцияның үҙенә килеп киләһе йылдың беренсе ярты йыллығына 10 процент ташламалы хаҡҡа гәзиткә яҙылып ҡалыу мөмкинлеге бар. Һеҙҙең өсөн ҡәҙерле яҙылыусыларыбыҙ, шәп бүләктәр ҙә әҙерләнек. Бәхетлеләр (биш район подписчиктары) бүләктәр отоп алыу мөмкинлегенә эйә. Уйынды декабрь аҙағына тиклем үткәрәсәкбеҙ. Мотоблок, велосипед, үлән сапҡыс, һыуытҡыс камера, телевизор, ноутбук отҡоғоҙ килһә - үҙ районың ("Йәйғор" гәзите) һәм бер республика баҫмаһына 6 айға яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәләрен 15 декабргә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13-сө һанлы йорт адресына "Яҙыл да бүләк от" билдәһе менән ебәрегеҙ.
Республиканың 5 районы - Нуриман, Иглин, Өфө, Благовещен, Шишмә яңылыҡтарын үҙендә берләштергән, матур ғаиләләр, лайыҡлы хеҙмәт кешеләре, йыр-моң, шиғриәтте яратыусылар, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлаусылар тураһында күп мәғлүмәт биргән “Йәйғор” ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

“Йәйғор” ҙан нур һәм бәрәкәт!
“Йәйғор” ҙан нур һәм бәрәкәт!
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: