Йәйғор
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Ғинуар , 13:37

Ут - йәшәү сығанағы

Яңы Күл һәм Иҫке Күл ауылдары аша Өфө-Павловка оло юлы үтә. Автотрассалар, ғәҙәттә, хәүефле урындар исемлегенә инә: бында йәйәүле кешеләрҙе лә,  мал-тыуарын да йыш осратырға тура килә. Өфө-Павловка юлының ауылдар аша үткән өлөшөнә яҡтыртыусы ҡорамалдар ҡуйыу шуға ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ине.

Ут - йәшәү сығанағы
Ут - йәшәү сығанағы

Урамдарҙа ут үткәреү тураһында һүҙ барһа, күптән булып үткән бер күңелһеҙ ваҡиға иҫкә килеп төшә. Ике меңенсе йылдарҙың башы ине. Йәй башланып ҡына торған мәл. Йомош менән район үҙәгенән байтаҡ алыҫ урынлашҡан республика ҡалаларының береһенә юл алдым. Күрше район үҙәген үтеп, 5 - 6 саҡрым саҡрым барҙыммы - юҡмы, моторҙың тауышы үҙгәрҙе, унан бөтөнләй һүнеп, ҡабынмаҫ булды. Үткенсе машинаға ултырып, артта ҡалған райүҙәккә кире киттем. Был ауылда минең беренсе тапҡыр булыуым ине. Туғандар ҙа, таныштар ҙа юҡ тиерлек. Тик ике туған һеңлемдең дауаханала эшләгәнен һәм дөйөм ятаҡта торғанын беләм. Ул арала күҙгә төртһәң дә күренмәҫлек булып ҡараңғы төштө. Урам бағаналарының береһендә лә ут юҡ. Ундай ҡараңғылыҡты мин ошо хәлгә тиклем дә, унан һуң да күргәнем булманы. Ҡойоп ямғыр яуа башланы. Урамда берәү ҙә күренмәй, эт өргән тауыштар ғына ишетелеп ҡала. Байтаҡ аптырап йөрөгәс, урамда торған йәштәргә тап булдым. Улар дауахананың ҡайҙа икәнлеген өйрәтеп ебәрҙе: бараһы ерем  бөтөнләй ауылдың ситендә урынлашҡан булып сыҡты. Тар ғына урамдарҙың саҡырлы - соҡорло юлдарынан, һуҡыр әҙәм кеүек, абына - һөрлөгә байтаҡ барырға тура килде.

         Хәҙер иҫемә төшкән һайын аптырайым: егерме беренсе быуат башында республикабыҙҙың көнъяғында урынлашҡан район үҙәктәренең береһе ни эшләп ошондай хәлдә булды икән?

          Яңы Күл һәм Иҫке Күл ауылдары аша Өфө-Павловка оло юлы үтә. Автотрассалар, ғәҙәттә, хәүефле урындар исемлегенә инә: бында йәйәүле кешеләрҙе лә,  мал-тыуарын да йыш осратырға тура килә. Өфө-Павловка юлының ауылдар аша үткән өлөшөнә яҡтыртыусы ҡорамалдар ҡуйыу шуға ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ине.

         Район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов белдереүенсә, был эштәр уңышлы башҡарылған: хәҙер Яңы Күл ауылында 111, ә Иҫке Күлдә 79 өҫтәлмә ут яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйылған.

         Ут - йәшәү сығанағы. Халыҡ шағиры Марат Кәримов әйтмешләй: “Ут бар ерҙә һәр саҡ өмөт бар.”

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: