Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль , 12:28

Энциклопедияла – район тормошо

«Шишмә - саф йылғалар төйәге» энциклопедияһының исем туйы үтте. Был баҫма Шишмә районының тарихын, үткәнен, бөгөнгөһөн, арҙаҡлы шәхестәрен, төрлө тармаҡтағы һәм осорҙағы  ҡаҙаныштарын бергә туплаған.

Энциклопедияла – район тормошо
Энциклопедияла – район тормошо

 -Был баҫма һәр кеше өсөн берҙәй кәрәкле, сөнки район тарихы - ул һәр ғаилә тарихы, - ти район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Лилиә Сәлихова.

Район тарихын сағылдырыусы һәм бер баҫмаға туплаусы Шәриф Әбделхәйер улы Тереғоловтың тәүге китабы 1995 йылда 7000 мең дана нәшер ителә. 3000 дана булған икенсе энциклопедия Раил Әсәҙуллин тарафынан 2004 йылда донъя күрә.

-Китап баҫылып сыҡҡас, күп кенә райондаштар үҙенең үпкәһен белдерҙе, китапҡа кемдеңдер ата-әсәһе, туғандары - күренекле шәхес, һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары инмәй ҡалған. Шуға ла өсөнсө баҫманы булдырыу, яңы исемдәр менән тулыландырыу идеяһы барлыҡҡа килде, - ти Раил Мирвәй улы.

Энциклопедияның баш мөхәррире, район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров мәғлүмәттәр йыйыуҙа әүҙем ҡатнашҡан бөтә кешеләргә рәхмәтен белдерҙе.Ул Илюзә Ғибәҙуллина етәкләгән китапхана хеҙмәткәрҙәрен, райондан сыҡҡан оло шәхестәрҙе һәм китапты баҫтырыуҙа финанс ярҙамы күрһәткән ойошма - Шишмә май экстракциялау заводының генераль директоры Айҙар Яҡуповты билдәләп үтте.

-Шишмә - таҙа, бай район. Донъя кимәлендә танылыу алған «Тура-хан», «Хөсәйен-бәк» мавзолейҙары һәм хәрби-патриотик лагерь «Патриот» тың да район территорияһында урынлашыуы, үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә роле ҙур, - тине район хакимиәте башлығы.

«Атайсал» проекты сиктәрендә эшләнгән был китап сит яҡтарҙа йәшәгән һәм эшләгән, райондан сыҡҡан бер кешене лә битараф ҡалдырманы. Марат Кәримов Сыуалҡип ауылында тыуған, Аэрофлот отличнигы, I класлы граждандар авиацияһы пилоты, Ленин ордены кавалеры булған ағаһы Сәрүәр Кәримов тураһында мәғлүмәт еткергән. Йәрмиҙә тыуып-үҫкән, медицина фәндәре докторы, Бөтә Рәсәй морфология, күҙ һәм пластик хирургия бүлеген етәкләүсе Сәғит Мөслимов һуңғы 2 энциклопедияны академик баҫма тип баһаланы.

- Тарихи, тәрбиәүи һәм танып-белеү әһәмиәте булыуы менән ҡиммәт, – тине Сәғит Әсхәт улы.

Китапта Сәғит Мөслимовтың тыуған төйәгебеҙҙең сағыу тәбиғәтен сағылдырған фотолары ҡулланылған.

Ыҫлаҡ ауылында тыуған, инженер-физик, Рәсәй Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты, физика-математика фәндәре докторы Радик Мөлөков та китап биттәренә үҙе хаҡындағы мәғлүмәт индерелеүе шатлығын йәшермәне - маҡтауҙар күп ишеттем һәм наградаларға лайыҡ булдым, ә тыуған төйәгемдә мине ҙурлау - иң мөһиме, - ти фән һәм техника өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы премияһы лауреаты Радик Рафиҡ улы.

Энциклопедияны төҙөүсе Гелшат Хөсәйенова үҙенең сығышында тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтен белдерҙе. Энциклопедияла милли костюмдар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, музей күргәҙмәһенән алынған фотоһүрәттәр ҡулланылған.

- Эш дәүерендә тарих биттәренән хаҡһыҙ онотолған, юғалған геройҙар табылды. Рәхим Саттар - шағир - антифашист, Түбәнге Хәжәт ауылында тыуған. Түбәнге Тирмә ауылынан Сәғит Үләмаев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, Омск юғары хәрби училище начальнигы. -Ул ысын хәрби генерал, 1945 йылда Еңеү парадында ҡатнашҡан. Өйрәнелмәгән, беҙ белмәгән геройҙар, хеҙмәт кешеләре бик күп әле. Был энциклопедия менән танышҡас, материалдар тағы ла күберәк йыйылырына бик ышанам. Бергә һәм берҙәм эшләйек, - тип һүҙен тамамланы тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гелшат Талхат ҡыҙы.

Шишмә ере - донъяның кендеге шикелле, ҡыҙыҡлы материалдарға, күренекле шәхестәргә  һәм ваҡиғаларға бай. Һәр һүҙе, һәр һөйләме бөртөкләп йыйылған энциклопедия менән танышып, һәр кеше үҙенә кәрәкле материал табыр, тарих өсөн, киләһе баҫмаға үҙ өлөшөн индерер әле тигән уйҙар менән яңы баҫмаға материалдар туплай башлайбыҙ.

Автор:Айгөл Шаймөхәмәтова, Шишмә районы.
Читайте нас: