Тәүҙә, эксперимент сифатында, улар бәләкәй теплицаға ләлә сәскәһенең 10 мең һуғанын ултыртҡан. Артабан яйлап уларҙы күбәйтә барған. Быйыл Ҡоләхмәтовтар хужалығында 160 мең ләлә сәскәләре үҫтерелгән. Аҡ, ҡыҙыл, һары, пион һымаҡ бөтәһе 33-тән ашыу сорт! Был сағыу һәм мауыҡтырғыс сәскәләр батшалығына килеп кереү менән, календарҙа ҡыш миҙгеле булыуын да онотаһың.
Был ғаилә ағзаларына яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә уларҙың ныҡышмалылығы һәм яратҡан эш менән шөғөлләнеү теләге мөмкинлек биргән. Ире ҡатынына ҙур ярҙам күрһәтә. Теплицала барыһы ла ваҡ-төйәккә тиклем уйланылған: температура режимы һәм яҡтыртыу системаһы оптималь һөҙөмтәләргә өлгәшергә, ә ундағы һыуытҡыс, киҫелгән сәскәләрҙе магазиндарға килтерер алдынан, һаҡлап ҡалырға ярҙам итә.
Эшҡыуарҙың үҙ эшмәкәрлеген үҫтереү һәм етештереү ҡеүәттәрен киңәйтеү буйынса артабанғы пландары бар. Уңғандарҙың тырышлығы менән улары ла, мотлаҡ тормошҡа ашыр.