Кесе йома, 29 февралдә, Ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән мөрәжәғәт итте. Ул берҙәм дәүләт имтиханы системаһын камиллаштырыу тураһында иғлан итте. Мәктәпте тамамлаусыларға бер предмет буйынса берҙәм дәүләт имтиханын ҡабаттан тапшырырға рөхсәт ителә. Благовещен районының мәғариф идаралығы начальнигы Ольга Зырянова был ҡарарға ошондай аңлатма бирҙе.
“Сығарылыш уҡыусыһына бер предмет буйынса имтихандарҙы ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге билдәле бер предметҡа әҙерләнеүгә иғтибарҙы тупларға мөмкинлек бирәсәк. Был өҫтәмә буш ваҡыт, башҡа мәктәп предметтарына әҙерлек менән мәшғүллеккә ҡамасауламаясаҡ. Сығарылыш уҡыусыһы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәм имтихан барышында асыҡланған ауырлыҡтарҙы бөтөрөүгә көсөн рациональ файҙалана аласаҡ, - ти Ольга Николаевна. - Өҫтәүенә йәйге осорҙағы тыныс шарттарҙа барған әҙерлек һөҙөмтәне яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Уға әҙерлек ысулдарын яңынан ҡарарға һәм үҙгәртергә мөмкинлек бирәсәк”.
Ольга Зырянова әйтеүенсә, предметты ҡайтанан тапшырыу мөмкинлеге сығарылыш уҡыусыһын һөҙөмтәне яҡшыртыуға ғына этәрмәй, ә артабан юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарындағы уҡыуға тағы ла етдиерәк ҡарарға булышлыҡ итә. Тимәк, уны конкурентлыҡҡа һәләтле абитуриент һәм уңышлы студент булырға этәрә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Дөйөм алғанда, Башҡортостан һәм конкрет Благовещен районы өсөн был - сығарылыш уҡыусыһының резерв көстәрен файҙаланыу, тулҡынланыуҙы еңеп сығыу һәм абитуриент өсөн ҡыҙыҡлы һөнәр буйынса юғары уҡыу йортона инеү мөмкинлеген дә бирә. Тимәк, һөнәр алған белгестең тыуған илендә ҡалыуына, теләк һәм тырышлыҡ менән эшләйәсәгенә ышаныс бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин мәктәп һәм колледж уҡытыусыларына яңы түләүҙәр хаҡында ла хәбәр итте. 2024 йылдың 1 сентябренән мәктәптәрҙә һәм колледждарҙа тәрбиә буйынса директорҙарҙың бөтә кәңәшселәре бишәр мең һум аласаҡ. Шулай уҡ ил етәксеһе 100 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа техникум, колледждарҙа эшләгән мәктәп класс етәкселәренә һәм кураторҙарына ныҡлы иғтибар итеүҙе тәҡдим итте. Уларға ла түләү 2024 йылдың 1 мартынан 10 мең һумға тиклем ике тапҡырға арттырыласаҡ.