Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова мәҙәниәт үҫеше үҙәгендә урынлашҡан 1492-се һайлау участкаһында Рәсәйҙең киләсәге өсөн тауыш бирҙе.
- Беҙҙең һайлау алдағы йылдарға ғына түгел, тиҫтә йылдарға ла илебеҙҙең яҙмышын билдәләйәсәк. Беҙ күрергә теләгән илдең киләсәге көслө етәксе талап итә. Йәмғиәттең аңлылығы, шул иҫәптән һайлауҙарҙа ла, илдә тотороҡлолоҡто гарантиялай, - тип аңлатма бирҙе Анна Николаевна. - Благовещенда яңы балалар баҡсалары төҙөлә һәм мәктәптәр ремонтлана, элекке инфраструктура яңыртыла. Барыһы ла тормоштоң тотороҡло, тыныс булыуын теләй. Беҙ алға барырға тейешбеҙ. Рәсәй-көслө, көслө ил. Киләсәктә лә шулай булһын өсөн яҡташтарымды битараф ҡалмаҫҡа һәм һайлауға барырға саҡырам.
Ошо уҡ һайлау участкаһында ҡала хакимиәте башлығы Сергей Завгородний ҙа тауыш бирҙе.