Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 14:37

Башҡортостандан өс игеҙәк әсәй балаларының киләсәге өсөн тауыш бирҙе

Благовещен районында ла, бөтә илдәге кеүек үк, Рәсәй президентын һайлауҙары үтә

Башҡортостандан өс игеҙәк әсәй балаларының киләсәге өсөн тауыш бирҙе
Башҡортостандан өс игеҙәк әсәй балаларының киләсәге өсөн тауыш бирҙе

Благовещен районында ла, бөтә илдәге кеүек үк, Рәсәй президентын һайлауҙары үтә. Күп кенә граждандар һайлау участкаларына тауыш биреүҙең беренсе көнөндә үк килде. Улар араһында Благовещен районының Николаевка ауылында йәшәүсе Елена Акитарова ла бар.
1496-сы һайлау участкаһында һайлаған өс игеҙәк әсәй балаларының киләсәге өсөн тауыш биреүен әйтте.
- Беҙҙең һайлау участкаһы мин уҡыған һәм эшләгән ауыл мәктәбе бинаһында урынлашҡан. Был да күңелгә ышаныс бирә, - ти күп балалы әсәй. – Тауыш биреү һәм һайлауҙа ҡатнашыу -ғаиләбеҙҙең гражданлыҡ позицияһы. Үҙ илеңдең һәм балаларыңдың киләсәгенә битараф булырға ярамай. Тауыш биреп, мин һайлау хоҡуғымды тормошҡа ашырыуҙан тыш, һайланыусыларҙан һорау алыу өсөн әхлаҡи хоҡуғым да бар.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: