Бөгөн, 17 март, һуңғы көндә дә һайлау участкаларында тауыш биреү 8.00 сәғәттә башланы һәм 20.00 сәғәттә тамамланасаҡ. Халыҡ иртәндән әүҙемлек күрһәтеп, һайлау участкаларына ағыла башланы.
Благовещен районының Николаевка ауылынан 18 йәшлек Данил Пичугин тәүге тапҡыр һайлауға килеп, Рәсәй президентын һайланы. "Тулҡынландырғыс, әлбиттә. Шуға ҡарамаҫтан, бындай мөһим эште һуңға ҡалдырмаҫҡа ҡарар итеп, һайлауға беренселәрҙән булып тауыш бирергә килдем. Үҙем менән бергә һеңлем Еленаны алдым, икәүләп күңелле һәм ышаныслы”, - тип һөйләне егет.
Данил һайлауға килеүен үҙенең гражданлыҡ бурысы тип иҫәпләй.
“Минең беренсе тауыш биреүем – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау менән тап килеүенә шатланып бөтә алмайым", - ти Данил.