Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март , 19:37

Благовещен районының һайлау участкаларында эш тамаланыуға бара

Өс көн дауамында, улар ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, һайлау участкалары үҙ ваҡытында асылды

Благовещен районының һайлау участкаларында эш тамаланыуға бара
Благовещен районының һайлау участкаларында эш тамаланыуға бара

Өс көн дауамында, улар ял көндәре булыуға ҡарамаҫтан, һайлау участкалары үҙ ваҡытында асылды. Бында әҙерлек йөҙ процент тәшкил итә. 1483-сө участка һайлау комиссияһы рәйесе Ольга Самойлова һөйләүенсә, ошо һайлау комиссияһы исемлегендә иҫәптә торған һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы тауыш биргән дә инде.
“Участкала күңелле мөхит хөкөм һөрә, барыһы ла һәйбәт, һайлаусылар өсөн байрам тойғоһо тыуҙырырға тырышабыҙ, кемдер ғаиләләре, балалары менән килә.Үҫеп килгән быуынға өлкәндәр тарафынан бурыс тойғоһо тәрбиәләүҙе матур йола тип иҫәпләйем, - ти Ольга Анатольевна. - Быйыл бик күп йәштәр һайлауға килә. Тәүге тапҡыр һигеҙ кеше тауыш бирҙе. Улар илебеҙҙең имен киләсәге өсөн тип гражданлыҡ бурысын шатланып үтәй. Балаларҙы һөйөндөрөп, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ. Участка ҡаланың иҫке өлөшөндә урынлашҡан, был микрорайонда күпләп оло йәштәгеләр йәшәй. Шуға күрә пенсия йәшендәге граждандар ҙа күп. Үҙ-үҙеңде, үҙ принциптарыңды үҙгәртмәүҙәре һәм уларҙың һайлауҙарға килеүҙе үҙ бурысы тип һанауҙары ҡыуаныслы. Бөгөн, мәҫәлән, беҙҙең 3-сө мәктәптең элекке уҡытыусыһы Людмила Саяпова гражданлыҡ бурысын үтәргә килде. Ул күп йылдар рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләне. Людмила Николаевна ире менән тауыш бирҙе, ә һуңынан эскәмйәлә ултырып, хеҙмәт йылдарын иҫкә төшөрөп алды. Ул йылдарҙы бик һағыныуын һәм, әгәр көсө булһа, балалар менән эшләү теләге булыуын да әйтте. Күп кенә сығарылыш уҡыусыларыбыҙҙың ғаиләләре менән тауыш бирергә килеүе ҡыуаныслы. Улар һайлау комиссияһы составында булған уҡытыусыларын күреп, уларҙың хәл-әхүәлдәрен белеште, матур теләктәрен дә әйтеп киттеләр. Беҙ ысын патриоттар тәрбиәләүебеҙ менән ғорурланабыҙ».
Ольга Самойлова билдәләүенсә, һайлау комиссияһы ағзалары һәм күҙәтеүселәр һайлаусылар өсөн уңайлы ваҡытта, элек ғаризаларҙа күрһәтелгән ваҡытта, бинанан ситтә тауыш биреүгә сыға. Өйҙә тауыш биреүселәр араһында башлыса өлкән быуын вәкилдәре һәм һаулыҡ торошо буйынса участкаға үҙаллы килә алмағандар бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн тауыш биреүҙең һуңғы көнө. 20.00 сәғәткә тиклем һайлау участкаһына килеп, һайларға мөмкин.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: