Киске сәғәт 8-ҙә Өфө районының Черкассы ауыл мәҙәниәт йортонда урынлашҡан № 3079-сы һайлау участкаһы ябылып, комиссия ағзалары тауыштарҙы һанай башланылар.
Һайлау комиссияһы рәйесе Зөһрә Вәлиева һүҙҙәренсә, һайлау барған өс көндә Яңы Ҡарашиҙе, Волков, Покровка, Сыбаръяҙ, Күндерәк ауылдары халҡы илебеҙ киләсәге өсөн әүҙем тауыш биргән.
– Беренсе көндә лә, икенсеһендә лә, өсөнсөһөндә лә тәүге һайлаусылар 7.30 сәғәттә үк үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү, конституцион хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу өсөн килеп, иртә менән участка асылыуын көтөп алды, - тип һөйләне Зөһрә Заһит ҡыҙы. - Өс көн дауамында беҙҙә тауыш биреү әүҙем барҙы. - Комиссия ағзалары 80 йәштән өлкәндәрҙең, аҙ хәрәкәтсән граждандарҙың өйҙәренә төшкө ашҡа тиклем дә, көндөң икенсе яртыһында ла юлланды. Бөгөн мәктәп, балалар баҡсаһы һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре көсө менән һайлау участкаһы урынлашҡан мәҙәниәт йорто янында йәрминкә, Масленица байрамы ойошторолдо. Байрам бик күңелле үтте. Ҡоймаҡһыҙ байрам буламы ни? Килгән ҡунаҡтар рәхәтләнеп ҡоймаҡлап эҫе самауыр сәйе эсте, кинәнеп күңел асты, ауылдаштар ҙа бер-береһе менән күреште, аралашты.