Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март , 10:23

Ауылда байрам үтте

Благовещен районының Бедеева Поляна ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсына дәррәү ҡушылды

Ауылда байрам үтте
Ауылда байрам үтте

Благовещен районының Бедеева Поляна ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” республика конкурсына дәррәү ҡушылды. Ошо сара сиктәрендә ауылда “Тормош.Һаулыҡ.Матурлыҡ” тигән байрам ойошторолдо. Әүҙем кешеләрҙең тырышлығы менән йылдан-йыл билдәлелек яулай барған был конкурсҡа мәртәбәле ҡунаҡтар, ауыл халҡы килде.
Башҡортостан Республикаһы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының бүлек начальнигы Владимир Сайгак үҙенең телмәрендә, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә өндәгән бындай байрамдарҙың кәрәк булыуын билдәләне.
- Бөгөн һеҙ алкоголһеҙ эсемлектәрһеҙ ҙә, йыр-моң, матур эштәр, тәмле һый-ниғмәт аша күңел асырға теләгәнегеҙҙе иҫбатланығыҙ. Был бик маҡтаулы һәм күптәргә өлгө булырҙай күренеш,- тине мәртәбәле ҡунаҡ.
Ауыл хакимиәте башлығы Наталья Велижанина был сарала ҡатнашыусыларҙы “ҡунаҡ йорттары” на тамаша ҡылырға саҡырҙы. Тап ошо осрашыу мәлендә ауыл халҡы үҙенең ни тиклем ҡунаҡсыл икәнен күрһәтте лә инде. Өҫтәлдә нимә генә юҡ: теләһәң баллы, теләһәң тоҙло ризыҡтарҙан, төрлө ҡамыр аштарынан ауыҙ ит, үлән сәйҙәрен, төрлө эсемлектәрҙе тәмләп ҡара. Мәҫәлән, Людмила Голубева менән Алһыу Русакова кәбеҫтәнән, иттән пирогтар бешергән.
Был саранан ауылдың билдәле ҡул оҫталары ла ситтә ҡалмаған. Дүрт бала әсәһе Алена Иванова ҡыҙҙар өсөн сағыу таҫмалар, сәс ҡыҫтырғыстар яһаһа, ә Алена Копысова капрон ойоҡтарҙан уйсан, көләс ҡурсаҡтар эшләп һөйөндөрә.
Был көндө гүзәл заттар араһында “Суперәсәй” конкурсы ла ойошторолдо. Унда ҡатнашҡан гүзәл, һылыу, алсаҡ, һөйкөмлө әсәләр ижади һәләтен күрһәтте, тәм-том әҙерләне, матур күлдәктәр кейеп, ғорур баҫып атлап та үтте. Бер-береһен уҙҙырып ярышҡан әсәйҙәр - Надежда Бикбулатова, Анна Решетникова, Наталья Горбунова, Алена Копысова,Татьяна Горячевалар төрлө номинациялар ҙа билдәләнеп, үҙҙәренең ни тиклем нәзәкәтле, хисле, позитив, йомарт, заманса булыуҙарын иҫбатлап, бүләктәр һәм күп һанлы алҡыштарға лайыҡ булды.
Оҫта итеп ойошторолған байрам халыҡтың кәйефен күтәреп кенә ҡалманы, уларҙы берләштерҙе, алдағы дөйөм эштәргә этәргес тә булды.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: