Йәйғор
+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Март , 16:32

Яҙғы ташҡынға әҙерлек тикшереү үтте

Дөйөм ҡарамаҡҡа, 12 предприятие һәм ойошма подразделениелары 30 берәмектән ашыу техника сығарҙы

Яҙғы ташҡынға әҙерлек тикшереү үтте
Яҙғы ташҡынға әҙерлек тикшереү үтте

Благовещен ҡалаһының мәҙәниәт үҫеше үҙәге алдындағы майҙанда предприятие,ойошмаларҙың техникаһы һәм шәхси составының яҙғы ташҡынға әҙерлеген тикшереү үтте.
Дөйөм ҡарамаҡҡа, 12 предприятие һәм ойошма подразделениелары 30 берәмектән ашыу техника сығарҙы. Сарала 85-тән ашыу кеше ҡатнашты. Райондың ташҡынға ҡаршы комиссияһы ағзалары тәҡдим ителгән махсус машиналарҙы, ҡорамалдарҙы, шулай уҡ шәхси составтың экипировкаһын ҡараны.
Благовещен районы предприятиеларында яҙғы ташҡын осорондағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙы бөтөрөү буйынса бурыстарҙы үтәү өсөн әҙерлек юғары кимәлдә.
Ҡаланың 11-се «Якорек» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре - сараның иң төп тамашасылары булды. Ҡотҡарыусылар балаларға техниканың нисек эшләүе, ҡотҡарыу сараларының үткәрелеүе һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге хаҡында һөйләне.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: