Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель , 16:44

Благовещен «Туристик ҡалалар» бөтә Рәсәй премияһының «Сәнәғәт туризмы ҡалаһы»номинацияһында беренсе урын алды

"Дөрөҫ уйлайбыҙ, дөрөҫ хәрәкәт итәбеҙ, өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ урынлаштырабыҙ. Юғиһә бындай конкуренцияла беҙ алда бара алмаҫ инек", - тине район хакимиәте башлығы Анна Карабанова.

Благовещен «Туристик ҡалалар» бөтә Рәсәй премияһының «Сәнәғәт туризмы ҡалаһы»номинацияһында беренсе урын алды
Благовещен «Туристик ҡалалар» бөтә Рәсәй премияһының «Сәнәғәт туризмы ҡалаһы»номинацияһында беренсе урын алды

Благовещен «Туристик ҡалалар» бөтә Рәсәй премияһының «Сәнәғәт туризмы ҡалаһы»номинацияһында беренсе урын алды! 2023 йылда ғына ҡалаға һәм предприятиеларға һигеҙ меңдән ашыу турист килгән.
Ҡаланың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире Людмила Путилова, делегация составында проектты яҡлау өсөн Воронежға барған, был еңеүҙе ул команда эше һөҙөмтәһе тип билдәләй.
"Дөрөҫ уйлайбыҙ, дөрөҫ хәрәкәт итәбеҙ, өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ урынлаштырабыҙ. Юғиһә бындай конкуренцияла беҙ алда бара алмаҫ инек", - тине район хакимиәте башлығы Анна Карабанова. Ҡотлауҙарға Рәсәй сенаторы Олег Голов та ҡушылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, район хакимиәте башлығы булараҡ, Олег Евгеньевич командаһы менән бергә муниципалитетта сәнәғәт туризмын үҫтерә башлағайны.
"Күптәр беҙҙең уңышҡа өлгәшәсәгебеҙгә ышанманы, мыҫҡыллаусылар кәмһетеүле комментарийҙар яҙҙы. Әммә беҙ кешеләрҙең Благовещен тураһында уның уникаль тарихы һәм сәнәғәте менән Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә белергә тейештер тип уйланыҡ, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Рәсәй Федерацияһы сенаторы Олег Голов.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: