Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель , 14:45

Тормошобоҙ нурға күмелһен!

Мосолмандар өсөн изгелек, сабырлыҡ, мәрхәмәтлек айы булған Рамаҙан айы тамамланды

Тормошобоҙ нурға күмелһен!
Тормошобоҙ нурға күмелһен!

Ураҙа ғәйете мөбәрәк булып, рухи берҙәмлегебеҙҙе арттырһын, күңелебеҙгә ҡыуаныс, мөхәббәт һәм иман нуры өҫтә¬һен! Һәр йортҡа муллыҡ, байлыҡ, һәр ғаиләгә бәхетле, бәрәкәтле, мул тормош алып килһен. Тотҡан ураҙаларыбыҙ ҡабул булһын!
Йылда көтөп алған был айҙа иман йорто – мәсеттәргә йыйылған мосолмандар ифтар (ауыҙ асыу) мәжлестәре үткәрҙе, тәрәүих намаҙҙары уҡыны. Мосолмандарҙа ифтарға сиратлап байрам табыны әҙерләү һәм ураҙа тотоусыларҙы һыйлау ғәҙәте күптәнән йәшәп килә. Был үҙе бер йәмле, йылы осрашыу, сауаплы ғәмәл.
Иглин районы Үктәй ауылының “Ғәтифә” мәсетендә лә матур табын ойошторолдо. Рәсәйҙең Ислам университеты студенты Аделина Ғөбәйҙуллина үткәргән ифтарға ауылдың ҡатын-ҡыҙҙары йыйылды, күрше ауылдарҙан ҡунаҡтар килде. Мәсеттәрҙә балаларға һәм ололарға дин дәрестәре үткәргән, социаль селтәрҙәрҙә “NIYAT” төркөмө алып барған Аделина Илдар ҡыҙы сарала ҡатнашҡандарға уразаның әһәмиәте тураһында һөйләне, Ҡөрьән сүрәләре уҡыны, бик күп һорауҙарға яуап бирҙе. Ауыҙ асҡандан һуң ахшам намаҙы уҡылды. Намаҙҙан һуң мәжлес мул итеп әҙерләнгән табын артында дауам итте. Донъялар тыныслығы, илебеҙ именлеге өсөн доғалар ҡылынды. Халыҡ мәжлесте ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп, киләһе ураҙаларҙы ла күрергә насип булһын тигән ниәттә таралышты.
Мәғариф ветераны, Үктәй ауыл биләмәһенең «Аҡ ҡалфаҡ» татар ижтимағи ойошмаһы рәйесе Рәзилә Әхмәҙуллина барлыҡ байрамға килеүселәр исеменән Аделинаға, уның әсәһе Гөлшат Мәхмүт ҡыҙына, һеңлеләренә матур теләктәрен еткерҙе. Уларға изге ғәмәлдәре өсөн Аллаһтың сауаптары насип булыуын теләне.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: