Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май , 09:01

9 Майҙы иҫкә төшөрәйек

9 Май - беҙҙең героик армия һәм флот, олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ көнө

9 Майҙы иҫкә төшөрәйек
9 Майҙы иҫкә төшөрәйек

Күптән түгел армия хеҙмәтенән ҡайтҡан һалдат Максим Астахов демобилизацияланды. Ул Калининградта диңгеҙ пехотаһының элемтә батальонында хеҙмәт иткән. Ә Еңеү көнөндә Ватанды һаҡлаусыларҙы хөрмәтләп иҫкә алырға килгән.
“Белгород оборонаһында булдым. Рәсәйгә ҡасып, уларҙы яҡлауҙарын һораған кешеләрҙең ғазаптарын үҙ күҙҙәре менән күреп, Президентыбыҙ Владимир Путиндың дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүен аңланым. Ә рәсәй хәрбиҙәре мотлаҡ ата - бабаларыбыҙ өлгөһөнә эйәреп, Еңеү менән ҡайтасаҡ, - ти Максим. – Еңеү байрамы ҡартатайым Михаил Астахов тураһындағы иҫтәлек менән бәйле. Әйткәндәй, ул Благовещен ҡалаһындағы пулемет училищеһында уҡый. Һуңынан 1-се Украина фронтында һуғыша. Ҡартатайым Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Праганы азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Әйтергә теләйем: рәхмәт, ҡартатай, беҙ һынатмаясаҡбыҙ!”.
Ә бына Вадим Исәмәтовҡа ярты йәш кенә. Әлеге мәлдә илебеҙҙе неонацизмдан яҡлаған яугирҙар арҡаһында сабый һуғыштың нимә икәнен белмәй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит Гәрәевтың тубығында ултырып, малай уның наградаларын ҡарай һәм кинәнеп фотоға төшә.
“Ваҡыт үтәсәк, беҙ уға мотлаҡ ошо фотоһүрәтте күрһәтәсәкбеҙ һәм уның тыныс киләсәге өсөн Фәрит Кәбир улы кеүек ҡыйыу геройҙарҙың һуғышҡанын һөйләйәсәкбеҙ, - ти малайҙың атаһы Артур Анатольевич. - 9 Май - беҙҙең героик армия һәм флот, олатайҙарыбыҙ һәм ҡартатайҙарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ көнө. Еңеү көнөндә беҙ бындай мөһим сараны үткәреп ебәрә алманыҡ һәм ерҙәге тыныслыҡ өсөн ғүмерен биргән һәр кемгә хөрмәт һәм хәтер күрһәтергә килдек”.

9 Майҙы иҫкә төшөрәйек
9 Майҙы иҫкә төшөрәйек
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: