Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июнь , 15:32

Ямғырлы, мул Һабантуй!

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы - Һабантуй халыҡты Өфө районының уңдырышлы еренә йыйҙы. Николаевка ауылы янындағы аҡланда матур байрам үтте.

Ямғырлы, мул Һабантуй!
Ямғырлы, мул Һабантуй!

Йола буйынса, аҡланда уңайлы ихаталар һәм милли ризыҡтар менән иркен тирмәләр ҡуйылған, күңелле концерт менән район һабантуйы башланып китте.
Байрам күмәк театрлаштырылған композиция менән асылды. Артабан ҡунаҡтарҙың иғтибарын һабантуйҙың төп элементтарының береһе - ат сабышы йәлеп итте. Унда райондың иң яҡшы аттары ҡатнашты.
Райондың агросәнәғәт комплексының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһына сәхнәгә Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар саҡырылды. Шулай уҡ был күркәм сарала башҡалар менән бер рәттән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дә хөрмәтләнеләр.
Күптән түгел районда «Тере традициялар» халыҡ ижады фестивале үтте. Ошо фестивалдә ҡатнашҡан үҙешмәкәр артистар, 40-тан ашыу ижади коллектив тамашасыларҙы үҙҙәренең сағыу сығышы, дәртле йыр-моңо менән шатландырҙы. Өфө районы артистары һәм коллективтары ҙур байрам концерты бүләк итте.
Байрамдың рәсми өлөшө тамамланғандан һуң һабантуйҙа ҡатнашыусыларҙы мәҙәни-спорт программаһы көттө. Милли көрәш, вертикаль һәм горизонталь бағана буйлап үрмәләү, гер спорты, футбол һәм башҡа спорт төрҙәре байрамда ҡатнашыусыларҙы ҡыуандырҙы.
Бынан тыш, милли, йәштәр, патриотик майҙансыҡтар, күргәҙмәләр һәм оҫталыҡ дәрестәре, балалар һабантуйы ойошторолдо. Байрамда ҡымыҙ ҙа, сәк-сәк тә, йырҙар ҙа, бейеүҙәр ҙә, ҡыуаныслы мәлдәр ҙә күп булды. Ә иң мөһиме, район халҡы, уларҙың дуҫтары, туғандары ла матур саранан ҡәнәғәт ҡалды, бер береһе менән кинәнеп аралашып, йорттарына яҡшы кәйефтә таралышты.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: