89 йәшлек Рафиә Рәхимйәнова күп балалы ғаиләлә тыуған. Уның бала сағы ҡаты һуғыш йылдарына тура килә. 12 йәшенән хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Борай районында фермала эшләй. Ҡатын биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер уны ете ейән-ейәнсәре һәм өс бүлә-бүләсәһе ҡыуандыра.
- 15 йыл элек әсәйем Благовещенға күсеп килде, - тип уртаҡлаша ҡыҙы Гөлфиә. – Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әсәйем Ҡөрьән уҡый, мәсеткә йөрөй. Уның өсөн татар телендә гәзит-журналдар яҙып алабыҙ. Әсәйем һаман да бәйләй, тегә.
Рафия Ялаловна махсус хәрби операция яугирҙары өсөн бик борсола. Шуға күрә яңылыҡтар сығарыуҙы ҡалдырмай. Сәйәси ваҡиғаларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә.
Рәфиә Рәхимйәнова Башҡортостан Башлығы һайлауҙарында ла ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул үҙенең 1491-се һайлау участкаһына бара алмай, шуға күрә һайлау комиссияһы ағзалары уның өйөнә килде.
- Аҡыллы һәм эшлекле Республика Башлығы кәрәк. Ә бындай етәксе - төбәктең ҙур байлығы һәм киләсәге», - ти әбей.