-5 °С
Ҡар
Благовещенда «Айбар» фольклор төркөмө артистары башҡортостан Башлығы һайлауҙарына милли кейемдә килде. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙҙар башҡорт халҡының йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам белдерергә ҡарар итте.
«Беҙ барыбыҙ ҙа йылдан-йыл районда һәм республикалан ыңғай үҙгәрештәр тоябыҙ һәм үҙгәрештәрҙә туранан-тура ҡатнашыуыбыҙҙы беләбеҙ, сөнки БР Башлығын үҙебеҙ һайлайбыҙ», - тине төркөм етәксеһе Розалиә Назарова.
Артистар мәҙәниәт үҫеш Үҙәге бинаһында тауыш бирҙе. Һуңынан улар ҡала халҡын үҙҙәренең музыкаль композициялары менән ҡыуандырырға юлланды.