Премияны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр булдырғайны. Ул йыл һайын 20 журналисҡа биреләсәк, уның күләме 300 мең һум тәшкил итә. Быйыл бәйгегә килгән 94 эш араһынан биш номинацияла иң-иңдәре һайлап алынды.
Премияны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.
– Беҙ мәғлүмәттең дөрөҫлөгө, объективлығы ҙур әһәмиәткә эйә булған еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. 30-лаған журналисыбыҙ даими рәүештә махсус хәрби операция биләмәһенә барып йөрөй, хәрби хәбәрселәр пулы барлыҡҡа килде. Улар араһында Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров, Вәдүт Исхаҡов, Мөнир Ҡунафин, Эдуард Ҡусҡарбәковтар бар. Үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, улар Башҡортостан халҡына “окоптағы дөрөҫлөктө” – егеттәребеҙҙең батырлыҡтары тураһында ысынбарлыҡты һөйләй. Бындай шарттарҙа эшләү өсөн ысын ҡыйыулыҡ кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Журналистар яугирҙәребеҙгә, уларҙың яҡындарына һүҙ менән генә ярҙам итмәй. Бөтә республика буйлап улар гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора, маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре эшләй. Мәҫәлән, Матбуғат йортонда маскировка селтәрҙәре үреү буйынса бер цех барлыҡҡа килгән. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто һәм Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһынан ете кеше махсус хәрби операция биләмәһендә яугир булараҡ хеҙмәт итә, улар араһында хатта баш мөхәррир бар, тине Республика етәксеһе.
– Киң мәғлүмәт саралары башҡа темаларҙы ла ихлас яҡтырта. Быйыл, мәҫәлән, мөһим теманы сюжеттарында һәм мәҡәләләрендә яҡтыртып, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылын лайыҡлы үткәрергә ярҙам иттеләр. Журналистарҙың йәмғиәтте берләштереүгә, милләт-ара татыулыҡты нығытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, – тине ул.
Иң беренсе награданы – “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Журналистары союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов алды. Ул “Дөрөҫлөк” номинацияһында “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” категорияһында еңде.
Вәдүт Ғәйфулла улы республика журналистарының командировкаһын ойоштороусы ла ул. Бындай сәфәрҙәргә ул бер ҡасан да буш ҡул менән сыҡмай. Республика журналистары менән йыйылышып квадрокоптер, тепловизор, маскировка селтәрҙәре, башҡа бүләктәр, һәм әлбиттә гәзит журналдарҙың яңы һандарын алып бара. Тик төп маҡсат – яугирҙәр менән осрашыу, уларҙың кәйефтәрен белеү, тыуған яҡтан сәләм еткереү.
Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, ул яугирҙәребеҙ яҙмышына битараф түгел һәм шуға күрә алған премияһының бер өлөшөн уларға ярҙамға йүнәлтә.
– Премияның бер өлөшөнә беҙҙең егеттәр өсөн квадрокоптер аласаҡмын. Икенсе өлөшөн тыуған коллективҡа йүнәлтәм, улар аҙна һайын тырышып “Илһөйәр” махсус сығарылышын әҙерләй, – тине ул.
Шулай уҡ “Дөрөҫлөк” номинацияһында “Тележурналистика” категорияһында “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы”ның махсус хәбәрсеһе Эльвира Ямшанова, “Радио журналистикаһы” категорияһында ”Радио №1” радиоканалы редакцияһы, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы”ның контент-үҙәге мөхәррире Миңзәлә Асҡарова бүләкләнде.
“Дөрөҫлөк. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ” конкурсының “Яуаплылыҡ” номинацияһында “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” категорияһында “Өмет” гәзитенең хәбәрсеһе Яҙгөл Сафина, “Тележурналистика” категорияһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы телеканалының төшөрөү бригадаһы коллективы: хәбәрсе, проекттар авторы Гүзәл Хәмитова, ТЖК операторы Ринат Кашапов, водитель Азат Каспранов һәм режиссер Айгөл Малбаева, “Радио журналистикаһы” категорияһында “Спутник ФМ” радиоһының баш мөхәррире Рузалия Төхбәтова, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы”ның махсус хәбәрсеһе Азат Ғизәтуллин бүләкләнде.
Премияның “Ҡаһарманлыҡ” номинацияһында “Баҫма киң мәғлүмәт саралары” категорияһында “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, “Тележурналистика” категорияһында “Башҡортостан” телерадиотапшырыуҙар компанияһы комментаторы Азат Саҙрыев, “Радио журналистикаһы” категорияһында “Юлдаш” радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы” хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков премияға лайыҡ булды.
Конкурстың “Һиҙгер йөрәк” номинацияһында “Матбуғат киң мәғлүмәт саралары” категорияһында “Республика Башҡортостан” гәзитенең махсус хәбәрсеһе Нэда Пухарева, “Тележурналистика” категорияһында “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы”ның хәбәрсеһе Гөлшат Вәлиева, “Радио журналистикаһы” категорияһында “Юлдаш” радиоһының хәбәрсеһе Сәриә Рамазанова, “Тармаҡ баҫмалары” категорияһында “Молодежная газета” селтәр баҫмаһының яуаплы секретары Ольга Пазина бүләкләнде.