Йәйғор
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар , 13:23

Һаҡ булығыҙ

Благовещен мәҙәниәтен үҫтереү Үҙәге хеҙмәткәре мутлашыу ҡорбаны булды. Енәйәтселәр уны алдап, 855 мең һум аҡса күсерергә мәжбүр итә.

Полиция мәғлүмәттәре буйынса, йыл башында енәйәтселәр ҡатынға элемтә операторы булып шылтыратып, сим-картаны хеҙмәтләндереү килешеүен оҙайтыу кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Бының өсөн уға СМС-хәбәр рәүешендә килгән дүрт һанлы кодты эйтергә кәрәк икәнлеген дә аңлаталар. Ҡатын-ҡыҙ ышана һәм енәйәтселәргә һандарҙы әйтә.

Бер аҙҙан уға билдәле бер банктың ялған хеҙмәткәре шылтыратып, уның исеменә ҙур кредит бирелеүе тураһында хәбәр итә. Аҡсаны «ҡотҡарыу» өсөн, «хәүефһеҙ» иҫәпкә күсерергә кәрәк икәнлеген әйтә. Ҡатын тағы ла ышана һәм мутлашыусылар кәңәш иткәнсә барыһын да эшләй. Шулай итеп ул 855 мең һумдан мәхрүм була. Бынан тыш, ҡатын 349 мең һумлыҡ кредит страховкаһын рәсмиләштергән. Шулай итеп, дөйөм зыян 1,2 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Полиция хеҙмәткәрҙәренә ҡатын быға тиклем кредит йөкләмәләре булмауын хәбәр итә. Ул ун мең һум күләмендә эш хаҡы һәм 13 мең һум пенсия ала.

Полиция хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙ иҫәп-хисаптарҙың булмауын иҫкә төшөрә. Банк хеҙмәткәрҙәре клиенттарына банк картаһы менән шикле ғәмәлдәр тураһында мәғлүмәт менән шылтыратмай. Телефон аша һөйләшеүҙә карталарҙың реквизиттарын, шәхси мәғлүмәттәрен һәм иҫәптәрҙә һаҡланған суммаларҙы атауҙы һорамайҙар. Аҡсаны иҫәптән төшөрөп, «хәүефһеҙ» иҫәптәргә күсерергә тәҡдим итмәйҙәр.

Бындай шылтыратыуҙар килһә, һөйләшеүҙе туҡтатырға кәрәк. Иҫәп хәүефһеҙлегенә инаныу өсөн банк картаһының кире яғында күрһәтелгән телефон номеры буйынса банкҡа үҙаллы шылтыратырға йәки банктың яҡындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Автор:Гульнур Абдуллина
Читайте нас: