+1 °С
Болотло
Ғинуар айында Благовещен районында 27 сабый тыуған: 15 малай һәм 12 ҡыҙ. Йәш ата-әсәләрҙең балаларына ниндәй исем һайлағандарын белер өсөн ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт иттек.
Ҡыҙҙар араһында Александра һәм Ксения исемдәре иң популяр булып сыға. Ысын экзотик һайлау булып Рамина исемен атанылар.
Малайҙар араһында Вадим һәм Айнур алда бара. Тихомир, Исмиил һәм Тамерлан һирәк осрай.
Беҙ барлыҡ сабыйҙарға ла сәләмәт һәм бәхетле булып үҫергә теләйбеҙ!