7 февралдә Минскиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Борис Грызловтың эшлекле осрашыуы үтте. Көн тәртибенә хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрендә үҙ-ара интеграция мәсьәләләре ҡуйылды.
Радий Хәбиров Борис Грызловҡа Башҡортостан менән Беларусь араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Яҡтар хеҙмәттәшлекте күптән һәм уңышлы киңәйтә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика Башлығы. Юғары кимәлдәге осрашыуҙар даими рәүештә үткәрелә, ә аралашыу аныҡ һөҙөмтәләр бирә.
– Беларусь беҙгә көндән-көн яҡыныраҡ була бара – сәнәғәт кооперацияһы нигеҙендә яңы проекттар барлыҡҡа килә, шулай уҡ социаль һәм мәҙәни башланғыстарға нигеҙ һалына, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Мәҫәлән, туристик йүнәлеш асабыҙ. Тармаҡ проекттарының береһе – «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы. Уның сиктәрендә оло йәштәге кешеләр Белоруссия буйлап туристик сәйәхәткә юллана. Бындай мөмкинлек менән 3,5 мең самаһы кеше файҙаланған, ә 2025 йылға программаға тағы ла 1,5 мең кешене йәлеп итеү өсөн аҡса һалынған.
Хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе – йәштәр менән эшләү.
Башҡортостан Башлығы уҡыусылар өсөн Беларусь Республикаһына экскурсиялар ойошторорға ниәтләүҙәре хаҡында хәбәр итте.
– Элек тотош союздан балаларҙың Беларусь Республикаһына сәйәхәт итеү тәжрибәһе бар ине. Беҙ бында уҡыусыларыбыҙҙы алып килергә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ Белоруссиянан балаларҙы ҡабул итергә, улар өсөн ҡыҙыҡлы мәҙәни-мәғариф программаһы ойошторорға әҙербеҙ.
Осрашыу сиктәрендә тикшерелгән гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендәге тағы бер йүнәлеш – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу.
– Борис Вячеславович, Еңеүҙең 80 йыллығына бәйле сараларҙа ҡатнашырға тәҡдим иткән хатығыҙҙы алдым. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, «Беларусь хәтерләй» акцияһында ҡатнашырға әҙербеҙ. Шулай уҡ Белоруссия вәкилдәренең йәмәғәт ойошмаларын үҙебеҙҙәге сараларға саҡырабыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Яҡтар иҡтисади бәйләнештәргә айырым иғтибар бүлде. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан баҙарында белорус продукцияһының һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. Республикала Белоруссиянан килтерелгән аҙыҡ-түлектән алып еңел сәнәғәт тауарҙарына тиклем тауарҙар һатылған 80-дән ашыу кибет эшләй.
– Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының күп йүнәлештәрҙә юғары кимәл күрһәткән субъекттарының береһе. Мәҫәлән, 2023 йылда Өфөлә үткән Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X Форумы өлгөлө тип табылды, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Борис Грызлов. – Республикала сәнәғәт һәм экспорт әүҙем үҫешә.
Яҡтар шулай уҡ хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе һәм был йүнәлештә эштең дауам итәсәгенә ышаныс белдерҙе.