Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Февраль , 19:37

Иглин аттары – иң яҡшылары

Башҡорт аттары Санкт-Петербургта үткән «Краса аборигенов 2024» V виртуаль ат күргәҙмәһендә иң яҡшылары булды

Иглин аттары – иң яҡшылары
Иглин аттары – иң яҡшылары

Иглин районы Иҙиәтуллин Х. С. крәҫтиән-фермер хужалығының башҡорт аттары Санкт-Петербургта үткән «Краса аборигенов 2024» V виртуаль ат күргәҙмәһендә иң яҡшылары булды.

Күргәҙмә йомғаҡтары буйынса «Ҡазан» ҡушаматлы айғыр башҡорт тоҡомло аттар чемпионы булды, шулай уҡ юниорҙар класында еңеү яуланы. Ә «Красавчик» төп класта иң яҡшыһы булды.

Иҙиәтуллин Х. С. крәҫтиән-фермер хужалығы башҡорт тоҡомло аттарҙың иң яҡшы презентацияһы өсөн диплом менән бүләкләнде.

Автор:Сиринә Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: