Благовещен районының ете етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаға яңы күп фатирлы йортта фатир асҡыстары тапшырылды.
Яңы фатир хужаларын БР төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Владислав Сидоркин ҡотланы.
Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова: «Бөгөн беҙ һеҙҙең тормошоғоҙҙоң яңы бүлеген асабыҙ, һеҙҙең үҙ торлағығыҙ, ғаилә ҡороу өсөн яҡшы башланғысығыҙ барлыҡҡа килде. Йорт ҡаланың тарихи өлөшөндә урынлашҡан, эргәһендә балалар баҡсаһы, гимназия, балалар сәнғәт мәктәбе урынлашҡан, ә тиҙҙән физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башлаясаҡ. Балалар үҫтереү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Һеҙгә бөтә нәмәлә лә именлек теләйем».
Ангелина Атнағолова бәләкәй ҡыҙын ире менән бергә яңы фатирҙа тәрбиәләйәсәк. «Һеңлем менән мине олатай-өләсәй тәрбиәләп үҫтерҙе. Беҙ барыбыҙ ҙа ике бүлмәле фатирҙа йәшәнек. Хәҙер, кейәүгә сыҡҡас һәм ирем менән ҡыҙыбыҙ тыуғас, беҙгә айырым мөйөш бик кәрәк ине. Яңы фатирҙа беҙ үҙ оябыҙҙы төҙөй алабыҙ», — тип һөйләне Ангелина.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: фатирҙарҙа ремонт эшләнгән, бөтә коммуникациялар ҙа тоташтырылған. Артабан йорт территорияһы ла төҙөкләндереләсәк.