Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Эльвира бала тыуыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Әммә 24 март кисендә уның ҡан китеүе асыҡлана һәм уға ашығыс рәүештә Өфө ҡалаһының 8-се дауаханаһына оҙатыу талап ителә.
Ире менән бергә ул унда машина менән барырға була. Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 47-се километрында улар юл-патруль хеҙмәте экипажына мөрәжәғәт итә. Ул көндө дежурҙа полиция лейтенанты Редик Миңлеәхмәтов һәм полиция лейтенанты Радик Әхмәҙуллин була. Инспекторҙар, Эльвираны патруль автомобиленә күсереп, дауахананың ҡабул итеү бүлегенә тиклем алып барып, оперативлыҡ һәм профессионализм күрһәтә.
«Ирҙәр бөтә юл буйына минең менән һөйләште, яман уйҙарҙан ситләштерҙе. Улар мине дауаханаға бик һаҡ һәм тиҙ алып барып еткерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә тырышлыҡтарға ҡарамаҫтан, табиптап баламды һаҡлап ҡала алманылар, — тип уртаҡлашты Эльвира. - Мине ҡалдырып киткәс, инспекторҙар бер нисә көн минең хәлем менән ҡыҙыҡһынып торҙо. Мин бер ҡасан да кеше ҡайғыһына битараф булмаған юл-патруль хеҙмәткәрҙәрен осратҡаным юҡ ине. Кешелектәре өсөн уларға рәхмәт!»