Яңы йыл каникулдары осоронда Благовещен районында полицияға 205-тән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән, уларҙың күбеһе ғаилә конфликттары менән бәйле. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн бөтә осраҡтарҙы ла әүҙем тикшерә.
Мәҫәлән, 1 ғинуарҙа Александровка ауылында урындағы халыҡ күршеләр араһындағы байрам табыны барышында булған һуғыш тураһында хәбәр итә. Бедеева Поляна ауылы кешеһе полиция хеҙмәткәрҙәренә танышының 31 декабрҙә төнгө сәғәт 3-тә уның башына күп тапҡыр һуғыуы ураһында хәбәр итә. Зыян күреүсе йәрәхәтләнә һәм медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр була.
Тағы бер осраҡ 3 ғинуарҙа Ильино-Поляна ауылында була. Ире ҡатынын туҡмап, әйберҙәре менән бергә өйҙән ҡыуып сығара. Ҡатын урамда һыуыҡта ҡала, был уның һаулығына һәм ғүмеренә өҫтәмә хәүеф тыуҙыра.
Благовещенда ҡәйнә менән килен араһында талаш сыға. Конфликт 4 ғинуарҙа башлана. Ҡәйнә киленен ныҡ туҡмай.
Полиция граждандарҙы яҡындарына иғтибарлыраҡ булырға һәм конфликттарға юл ҡуймаҫҡа саҡыра.