Йәйғор
+8 °С
Облачно
Яңылыҡтар
19 Апреля , 05:30

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

19 апрелдә илебеҙҙә совет халҡы геноциды ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнде.

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

Иҫтәлекле датаның маҡсаты – фашист илбаҫарҙары баҫып алған биләмәләрҙә Советтар Союзының тыныс халҡына ҡарата ҡылынған енәйәттәр тураһында тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау. Һуғыш ваҡытында 26,6 миллиондан ашыу совет кешеһенең һәләк булыуы тураһында хәҙерге йәш быуынға еткереү мөһим. Өҫтәүенә, уларҙан 18 миллиондан ашыу тыныс граждандар үлтерелә, яндырыла, тереләй ерләнә, концлагерҙарҙа язалана, тағы миллиондарса кеше йортһоҙ, туғандарһыҙ ҡала  һәм бала сағынан мәхрүм ителә. Ошо мөһим көн алдынан Башҡорт ауыл хужалығы һөнәри колледжы  студенттары директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Ф. Сәлихова һәм физик культура уҡытыусыһы Р. Шәрифғәлиев менән  бергә Ҡариҙел ауылына барҙы. Сәфәрҙең маҡсаты –Т-34 танкыһын ҡарау. Был легендар танк, совет халҡының батырлығы һәм сыҙамлығы символы, бында экспонат булараҡ ҡына тормай. Ул — азатлыҡ өсөн көрәшкәндәрҙең, үҙ ғүмерҙәрен беҙҙең киләсәк өсөн биргәндәрҙең тере иҫкәртеүе. Бындай урындарға барыу — ветерандарға хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә йәш быуын өсөн тарихҡа ҡағылыу, уның ауырлығын һәм бөйөклөгөн тойоу мөмкинлеге лә. Иҫтәлекле урында студенттар ҡорбандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Геноцид ҡорбандары, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында иҫтәлек —  ул беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәргә һәм быуындан-быуынға тапшырылырға тейешле нәмә. Үткәндәрҙе генә иҫтә тотоп, лайыҡлы киләсәк төҙөй алабыҙ.

Автор:admin28@rbsmi.ru
Читайте нас