Татарстандың Әлмәт ҡалаһында ғүмер итеүсе Тәслиә һәм Фуат Ғафаровтар ғаиләһендә мөхәббәт емештәре булып өс ҡыҙ һәм улдары Фәнис донъяға килә.Улдарына өс йәш тулғас улар алыҫ Дүшәмбе ҡалаһына күсеп китә.
Тормош гөрләй! Фәнис егет булып буй етә.Уның алдына ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тора.Сығарылыш класты тамамларға бер нисә ай ҡалғас, дуҫ егетенең ағаһы ҡунаҡҡа ҡайта. Ул егеттәргә үҙенең моряк булып эшләгәнен һөйләй. Бер ваҡытта ла дингеҙ күрмәгән егеттәр бының менән ҡыҙыҡһына һәм моряктар әҙерләгән уҡыу йортона хат яҙа. Яҙалар ҙа оноталар... Ә мәктәпте тамамларға бер ай ваҡыт ҡалғас, уларға көтмәгәндә яуап хаты килә – егеттәрҙе Таллин ҡалаһында урынлашҡан уҡыу йортонда көтәләр.Дүрт дуҫ – ике Фәнис, Олег һәм Геннадий мәктәпте унышлы тамамлап, Эстонияға юллана.
Икенсе курсты тамамлағас, Фәнисте армияға алалар. Ул Калининград ҡалаһынан йыраҡ булмаған танк ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Аҙаҡтан Таллинға әйләнеп ҡайтып, уҡыуын тамамлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, нисек кенә теләһә лә, Эстонияла ҡала алмай егет. Мәктәп тупһаһынан айырылмаҫ дуҫ булған дүрт егет 1991 йылда Сахалинға эшкә юллана. Шул уҡ йылда уның ата-әсәһе Башҡортостанға күсеп ҡайтып, Благовещен ҡалаһында төпләнә.
Бер йылдан Фәнисте Владивостокка командировкаға ебәрәләр. Ундағы тәбиғәткә ғашиҡ була һәм ошонда ҡалырға ҡарар итә йәш белгес. Бында ул күңел тыныслығы таба. Сахалинға кире саҡырһалар ҙа, кире бармай. Матурлығы менән әсир иткән Владивосток Фәнис Фуат улына тағы бер тормош бүләге әҙерләй – буласаҡ ҡатыны Наталья менән таныштыра. Хәҙер улар Дамир исемле ул үҫтерә.
- Ҡайһы ваҡытта өсәр ай йөҙәбеҙ.Беренсе ваҡыт бигерәк тә ауыр була торғайны. Хәҙер өйрәнелде инде, - ти Фәнис Фуат улы. – Механик һөнәрен һайлағанға бер минутта үкенгәнем булманы. Мин йәштәргә һәр ваҡыт сит ер-һыуҙарҙы күреп ҡайтығыҙ, тим. Бер урында ғына мүкләнеп ятмағыҙ. Сөнки аң, белем, ғилем, донъяны күҙаллау – барыһы ла сағыштырыуҙар аша килә. Ят ер-һыуҙы күреп ҡайтыу кәрәк ул. Мин бөтә ер шарын урап сыҡтым. Һәр илдең үҙ матурлығы. Минә бигерәк тә Австралия оҡшай. Тәбиғәт хозурлығы һәр кемде һоҡландырырлыҡ, урамдарҙағы таҙалыҡ күптәр өсөн ысын мәғәнәһендә өлгө булырлыҡ. Тик тыуған илдең һауаһына, баҫыу-яландарына, урман-ҡырҙарына, йылға-күлдәренә, ҡышҡы бурандары һәм йәйге ямғырҙарының матурлығына барыбер етмәй. Ҡайһы берәүҙәр үҙенең сығышы менән ҡайҙан булыуын әйтергә лә ояла. Ә мин ғорурлыҡ менән Рәсәйҙән, тим. Күберәк инглиз телендә һөйләшергә тура килә, тик туған телде оноторға ярамай.
Ысынлап та, тамырҙарҙы сабып ташлап булмай. Яңыраҡ ул туғандары, өс апаһы төйәк иткән Благовещен еренә ҡайтып ял итеп китте. Ни тиһәң дә, тыуған ер көсө, туғанлыҡ хисе, туған тел тылсымы ҡайтырға саҡыра... Алтын тау вәғәҙә итһәләр ҙә, сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан булыу өҫтөнөрәк кеүек.