Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби күстәнәс
12 Декабрь 2019, 10:40

12 йылда - 12 шиғыр йыйынтығы

Шиғри күңелле табип

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 55 йыл дөйөм эш стажы булған тәжрибәле фтизиатр, "Благовещен районы муниципаль районының почётлы гражданы" булған Николай Иванович Яковлев үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне.
Смоленск өлкәһенең Вязьма ҡалаһы егете 1982 йылдан бирле Благовещен ҡалаһында йәшәй. Хеҙмәттәштәре, халыҡ араһында оло абруй яулаған табип үҙе төйәк иткән Благовещен еренә, уның эшһөйәр халҡына ғашиҡ булыуын, гүзәл тәбиғәтен яратыуын 12 йылда баҫтырып сығарған 12 шиғыр йыйынтығында сағылдыра алған."Герб", "Башҡорт ере", "Благовещенға", "Һабантуй", "Республикам юбилейы","Тыуған ҡала" шиғырҙары,"Һиңә, тыуған ҡалам һәм завод" поэмаһы быны асыҡ дәлилләй."Я скромный праведник души" исемле өр - яңы шиғырҙар йыйынтығы уның шиғриәтенә ғашиҡтарға оло бүләк булды.
Киң күңелле, изгелекле, һәләтле Николай Ивановичҡа артабан да бәхетле оҙон ғүмер, яңы ижади үрҙәр теләйем.
Читайте нас: